газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Ноябрь 2019, 12:56

Бер ҡараһаң - 35, икенсе ҡараһаң - 65

Һүҙ нимә тураһында тип уйлайһығыҙ? Хаҡы артып, бөгөн йәмғиәттә әҙерәк ығы-зығы тыуҙырған ҡарабойҙай хаҡында һүҙем. Хәйер, халыҡ уның ваҡыты-ваҡыты менән ҡиммәтләнеп алыуына өйрәнеп тә килә шикелле. Шуғалыр ҙа республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Был хәл тик ризаһыҙлыҡ ҡына тыуҙыра.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Әммә республика тәьмин итеүселәренең хаҡты ни сәбәптән, нимәгә нигеҙләнеп арттырыуы хәбәр ителмәй.

Ҡарабойҙай Рәсәйҙең 49 төбәгендә үҫтерелә. Әммә бар майҙандың 75 проценты алты төбәккә: Алтай крайы, Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Курск, Воронеж, Орел өлкәләренә тура килә. Быйыл Рәсәйҙә бөтәһе 750 мең тонна ҡарайбойҙай уңышы йыйылыр тип көтөлә. Был күрһәткестең ун процентҡа яҡынын, 65 мең тоннаһы самаһын, Башҡортостан хужа-лыҡтары үҫтергән. Белгестәр фаразлауынса, тупланған ярма төбәктә йәшәүселәрҙең ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәт-ләндерә. Уңыш былтырғы менән сағыштырғанда, күберәк. Шуға ла белгестәр ҡарабойҙайға хаҡ артыуы нигеҙһеҙ тип иҫәпләй. Бәлки был аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙең сауҙа нөктәләре менән берлектәге маркетинг алымылыр. Йәнәһе, кеше араһында ҡарабойҙайға хаҡ арта тип ығы-зығы тыуҙырып, уларҙың күберәк һатып алырына өмөт итәләрҙер. Әммә халыҡ та хәҙер иҫәр түгел шул, ҡарабойҙай һәр ваҡыт ул хаҡ менән тормаясағын, был яһалма арттырыуҙы төшөнөп бөткән. Беҙ ҙә хаҡтарҙы сағыштырып ҡараныҡ. Сен-тябрь башында ҡарабойҙай ярмаһының килограмы 35 һум менән һатылһа, әлеге ваҡытта ул 65 һум тора. Дөгө лә, әллә ҡарабойҙайҙан ҡалышмайым тип, ҡыйбатланған, 70 һумға барып еткән.

Ҡарабойҙай менән дөгөнән башҡа магазин кәштәләрендә, баҙарҙа миҙгеле менән хаҡтары артып, йә төшөп торған аҙыҡ-түлектәр етерлек. Көҙгө муллыҡ осоронда йәшелсәләрҙе арзаныраҡҡа алып ҡалып була. Кәбеҫтә, картуф, һуған 20-шәр, кишер 25 һум, алма 40 һум менән һатыла. Әфлисун 120 һумға күтәрелгән, уның ҡарауы, гранаттың хаҡы төшкән, килограмы 100 һум. Емеш-еләктәрҙән виноградты 85-150, хөрмәне 100 һум менән алырға мөмкин. Икмәк (21 һум), он (28 һум), макарон изделиелары (30-35 һум), шәкәр (43 һум), йомортҡа (61 һум), һөт (35 һум) хаҡында тотороҡлолоҡ һаҡлана. Сала-уат үҙәк баҙарында һыйыр итенә хаҡтың әҙерәк артыуы һиҙелгәндәй, сөнки һум ите бығаса иң ҡиммәте 370 һум тирәһе торһа, хәҙер 400 һум менән һатыу итеүҙәре лә күренә. Шулай уҡ килограмын 280 һум менән биргән фарш бөгөн 300 һумға торош. Ә бына тауыҡ итен инде йәнең ниндәйҙе теләй, шундайҙы алырға була, хаҡтарында ла айырма ҙур. Супермаркеттар-ҙа ул 109 һум торһа, баҙарҙа уның Федоровкала үҫтерел-гәнен 161, ә Стәрлебаштан килтерелгәнен 181 һумға алырға була.


Читайте нас: