газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Октябрь 2019, 12:16

Ҡыш та тау артында түгел

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының йылытыу миҙгеленә әҙерлеге быйыл һынау аша үтте, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Көндәрҙең сентябрь аҙағында уҡ һыуытып ебәреүе һәм республика Башлығының 23 сентябрҙә үк йорттарға йылы ебәреү талабы өлкә хеҙмәткәрҙәренең был бурысты ни тиклем тиҙ арала һәм тейешле кимәлдә атҡарып сығыуына тикшереү булды.

Шулай ҙа ҡаланың идара итеүсе компаниялары, ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары йылытыу миҙгеленә әҙер булыуын иҫбат итә алды, тиелде ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә. Унда аҙна һайын көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек штабының йыйылышы ойошторолоп тора. Ҡала хакимиәте башлығы урын-баҫары Дмитрий Масютин һөйләүенсә, 20 сентябрҙән ҡалалағы барлыҡ социаль объекттарға, ә 23 сентябрҙән барлыҡ торлаҡ йорттарға йылылыҡ ебәрелгән. Ҡайһы бер проблемалар килеп сыҡты, беҙ уларҙы БашРТС һәм идара итеүсе компаниялар менән берлектә хәл иттек, ти башлыҡ урынбаҫары.

Кәңәшмә барышында барлыҡ ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелар: БашРТС-тың Салауат филиалы, “Һыу каналы”, “Газ таратыу Өфө” йәмғиәтенең беҙҙең ҡалалағы филиалы, “Электр селтәрҙәре” предприя-тиеһы һәм бер нисә идара итеүсе ойошма етәкселә-ре ҡышҡылыҡҡа әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәр менән таныштырып үтте. БашРТС ойошмаһы, мәҫәлән, 9 километрҙан ашыу магистраль һәм квартал эсендәге селтәрҙәргә капиталь ремонт башҡарған. Башҡа ойошмалар ҙа йәйге осорға планлаштырған эштәрен башҡарып сыҡҡан. Тик ҡайһы берҙәренең генә юлдарҙа соҡолған асфальтты ҡаплау эшен әлегә тиклем атҡарып сыҡмауы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы һәм был эштәрҙе мөмкин тиклем тиҙ арала үтәп ҡуйыу кәрәклеге ла билдәләп үтелде.

Ҡала хакимиәте баш-лығы Динар Хәлилов ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәлә-ләренә яуаплы ҡарағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шулай уҡ был аҙнала коммуналь хужалыҡ һәм авария хеҙмәттәренең көҙгө-ҡышҡы ваҡыттағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәле махсус техника смотрында ла ҡаралды. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында ҡаланың барлыҡ коммуналь предприятиелары үҙҙәренең техникаларын, ҡоролмаларын күрһәтте. Ойошмаларҙың етәкселәре әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр ҡышҡы миҙгелдә һәм штаттан тыш хәлдәр мәлендә эшләргә әҙер.

Смотр барышында ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов “Флора” ойошмаһы етәксеһе Михаил Левкинға ҡеүәтле, ҡатнаш төрҙәге машинаның асҡысын тапшырҙы.

- Был бик һәйбәт транспорт, - ти Михаил Левкин. - Йәй көнө уның ярҙамында юлдарға һыу һибеп тә, махсус щеткаһы менән һепереп тә була. Ҡышҡылыҡҡа ҡар таҙартыу көрәген ҡуйырға, ә боҙлауыҡ ваҡытында ҡомло-тоҙло ҡатнашманы һиптерергә лә мөмкин. Техника бик күп нәмә башҡарырға һәләтле.


Читайте нас: