Мәктәп автобусы води-телдәренә икеләтә ауырға тура килә. Сөнки улар салон тулы балаларҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Бала-саға бик шаян, шуҡ. Йығылып ҡуймаһын, бәрелмәһен, һуғылмаһын, дәрескә ваҡытында теүәл алып барып еткерергә, өйҙәренә имен-аман оҙатып ҡуйырға... Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар борсой уларҙы. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларын йөрөткән автобус водителдәре Тимерйән Ғәлиев менән Марат Сәйғәфәров үҙ эштәрен яратып башҡара.
Тимерйән Тимербәк улы иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерһә лә, хәрби комиссариат шоферлыҡҡа уҡырға ебәрә. Әрмелә лә руль артында була, унан ҡайтҡас та «баранка»һын ташламай. Шул ваҡыттан бирле транспорт йөрөтә. 44 йыл стажының 38 йылын СПАТП-ға бағышлаған. Ғүмерен пассажирҙар ташыуға арнаған, тиһәк тә була. Тик бында - өлкәндәр урынына балалар.
- Былтыр гимназияға яңы автобус ҡайтарылды. Эшем үҙемә оҡшай. Балаларҙың күңеле матур, килеп һыйыналар, ҡосаҡлап алалар. Яуаплылыҡ ҙур, әлбиттә. Уҡыусыларҙа ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Автобус китеп барғанда урындан тороп та китергә, салон буйлап та йөрөргә мөмкиндәр. Транспорт эсендә тәртип-таҙалыҡ булдырыу ҙа беҙгә йөкмәтелгән, - ти тәжрибәле водитель.
Марат Сәйғәфәровтың да хеҙмәт стажы ҙур - 42 йыл. Ул да оҙаҡ йылдар баш ҡалала пассажирҙар ташый. Күптән түгел Салауатҡа әйләнеп ҡайтҡан.
- Эшем күңелгә бик ятышлы. Балалар менән уртаҡ телде тиҙ таптым. Көн дә осрашҡас, яҡын кешеләр кеүекбеҙ. Тимерйән ағай менән иртән һәм уҡыуҙан һуң икешәр рейс эшләйбеҙ. Бынан тыш, балаларҙы экскурсияларға, театр-музейҙарға, бассейнға йөрөтәбеҙ, - тип һөйләй Марат Рауис улы.
Был водителдәргә 50-нән ашыу баланы туҡталыштан ултыртып, мәктәпкә тиклем алып килеү бурысы йөкмәтелгән.
- Балаларҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспортҡа талаптар ҡәтғиләште. Хәҙер һәр автобусҡа һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫтәге сигнал-лампа ҡуйыла. Беҙҙә лә бар улар. Автобустың тиҙлеген сәғәтенә 60 километрҙан арттырыға тейеш түгелбеҙ, - ти водителдәр.
Бынан тыш, тимер ҙә тәрбиә талап итә бит әле. Шуға уны ҡарап, етешһеҙлектәрен асыҡлап, йүнәтеп-төҙәтеп торорға кәрәк. Сөнки пассажирҙарҙы, айырыуса балаларҙы, төҙөк булмаған транспортҡа ултыртырға ярамай. Эштәре күп инде. Әңгәмәләшеп бөтөүгә, Марат Рауис улы «тимер аты»на табан йүнәлде.
- Бөгөн балаларҙы алты тапҡыр бассейнға алып барып ҡайтырға тейешмен. 10 минуттан ҡуҙғалабыҙ. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк - тине ул.