газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Октябрь 2019, 12:14

Аллеябыҙ үҙгәрә, йәмләнә

Ҡалабыҙҙағы аллеяларҙың төҙөкләндерелеүе, яңы һәм заманса төҫ алыуы бер кемде лә һөйөндөрмәй ҡалмайҙыр. Ҡала мөхитендәге яҡшы яҡҡа үҙгәреш һәр ваҡыт унда йәшәүселәрҙең тормошона йәм, дәрт өҫтәгәндәй шул.

Иҫемдә, элегерәк “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге һәм “Октябрь” кинотеатры артындағы аллеяларҙан үтеүе лә ҡурҡыныс ине. Хәҙер инде улар халыҡты үҙенә тартып тора. Көндөҙ ҙә, кисен дә был парктарҙа кешеләр рәхәтләнеп ял итә, балалар уйнай, ололар осрашып аралаша, ағастар араһында һауа һулап йөрөй, скандинав таяҡтары менән атлаусылар ҙа, йүгереүселәр ҙә, велосипедтарҙа, роликтарҙа елдереүселәр ҙә етерлек. Ғөмүмән, был аллеялар салауаттарҙың яратҡан ял итеү урындарына әйләнде. Сөнки унда юлдар тигеҙ, эскәмйәләр бар, йүгереү, сәпиттә йөрөү өсөн айырым юлдар һалынған, кискеһен йөрөү ҙә ҡурҡыныс түгел, бөтә биләмәлә уттар балҡып тора. Ҡалабыҙҙа тағы бер урын ошондай уҡ матур, зауыҡлы итеп эшләнгән, кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән ерҙәрҙең береһенә әүерелергә тора. Ленин урамындағы аллеяла әлеге ваҡытта әүҙем рәүештә төҙөкләндереү эштәре бара. Эштәр көҙгә табан һуң ғына башланһа ла, бөгөнгө көнгә ярайһы уҡ ҙур күләмдә хеҙмәт атҡарылған. Октябрь урамы киҫелешенән алып Космонавтар бульварына тиклемге өлөшөндә брусчатка һалынып бөткән. Яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыу өсөн кабелдәр сығарып һалынған. Шунда уҡ видеокүҙәтеү системаһы монтажлана. Ерҙе махсус әҙерләгәндән һуң, газон үләне ултыртылған. Был участкала октябрь аҙағына тиклем эскәмйәләрҙе, сүп-сар һауыттарын, ҡоймаларҙы һәм аллеяға инеү урынында суйындан яһалған декоратив ҡоролманы ҡуйыу планлаштырылған. Шулай уҡ урам һепереүсе менән эт һәйкәле аллеяның башынан урта тирәһенә күсереп ҡуйыласаҡ.

Был аллеяның икенсе участка-һында - Космонавтар бульвары киҫелешенән алып Калинин урамы киҫелешенә тиклемге өлөшөндә лә эштәр әүҙем бара. Унда брусчаткалар һалына башлаған. Ҡала хужалығы идаралығынан һәм подряд ойош-маһынан белдереүҙәренсә, төҙөк-ләндереүҙе тағы ла етеҙләтеү, ҡар яуа башлағансы тамамлау өсөн барыһы ла эшләнә. Өҫтәмә бригадалар ҙа йәлеп ителәсәк. Эштәрҙең сифатлы башҡарылыуын ҡала хакимиәте лә һәр саҡ контролдә тота. Хакимиәт башлығы Динар Хәлилов урынға сығып, тикшереү уҙғара, эшлекле һорауҙар хәл ителә.

Ленин урамындағы аллеяны төҙөкләндереүгә 38 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Башҡарылырға тейеш эштәргә йәйәүлеләр йөрөү өсөн тротуарҙы яңыртыуҙан тыш, уны яҡтыртыу, видеокүҙәтеү камералары, төрлө архитектура ҡоролмалары менән йыһазландырыу ингән.

Тротуар плиткаһы һалынған участканың матурланыуын күптәр баһалап та өлгөргән. Аллея йәмләнә, унан йөрөүе лә күңелле, тиҙерәк сафҡа инһен ине, тип теләй улар.


Читайте нас: