- Беҙҙә, әлбиттә, ауыл ерендәге кеүек, артыҡ ығы-зығы юҡ. Шулай ҙа көн һайын икешәр, өсәр шылтыратыу була. Ҡалала күптәр кабель телевидениеһына тоташтырылған. Шуныһы үкенесле, халыҡтың байтағы аналог тапшырыуҙарың туҡтатылыуын бөтөнләй телевизор ҡарап булмаясаҡ, тип аңлай. Улар ололарға ҡат-ҡат быны аңлатырға тура килә. Егерме каналды бушҡа ҡарап булһа ла, уның да үҙ ҡыйынлыҡтары, үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, ҡалала антенна тотмаған күп ҡатлы йорттар бихисап. Ҡасабаларҙа ла шул уҡ хәл. Миҫал өсөн. Муса ҡасабаһынан оло йәштәге бабай мөрәжәғәт итте. Бер антенна алып ҡараған, икенсеһен, ә сигнал барыбер юҡ. Тимәк, бында кабель телевидениеһында ҡалыу күпкә отошлораҡ. Ул беҙҙең менән ризалашты һәм шулай эшләйәсәген белдерҙе. Телефон аша ла кәңәштәр бирәбеҙ. Ҡайһы берҙә бер төймәгә генә дөрөҫ баҫмау ҙа аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра, - ти Наталья Владимировна.
Өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам итеү өсөн волонтерҙарҙан торған команда тупланған. Улар ололарға приставканы ҡуйырға булыша. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был мөмкинлектән аҙ мобилле һәм өлкән граждандар ғына файҙалана ала. Һанлы телевидениеға күсеү буйынса һорауҙар менән ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенә шылтыратырға мөмкин. Телефон: 35-21-10.