Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Октябрь 2019, 11:01

Зыянынан башҡа файҙаһы юҡ

Янғын, фажиғәләр тураһында әленән-әле хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Тәбиғәт ғәрәсәттәре арҡаһында бәләгә тарығандар ҙа күп хәҙер. Шулай ҙа янғын сығыуҙың төп сәбәптәренең береһе булып иҫерек килеш тәмәке тартыу ҡала.

Таныш инәйҙең бер ваҡиға тураһында әсенеп һөйләгәне һаман хәтеремдә.

- Атайым яҡлап туған кешеләр ине улар беҙгә. Ағай бик иртә үлде. Ике малайҙы тәрбиәләү еңгә елкәһенә төштө. Бәләкәй саҡтарында тәртипле генә булһалар ҙа, үҫә килә егеттәр юлдан яҙа башланы. Әллә атай һүҙе етмәне, әллә башҡа нәмә сәбәпсе булды, икеһе лә “йәшел йылан” менән дуҫлашты. Тора-бара еңгәбеҙ ҙә улар арбаһына ултырҙы. Ир балалар өйләнмәнеләр ҙә, йүнле эштәре лә булманы. Әсәләренең пенсияһына көн күрҙеләр. Эскелек һаҙлыҡҡа батыра тигәндәй, был ғаиләнең тарихы ла күңелһеҙ тамамланды. Фажиғә таңға табан була. Ғәҙәттәгесә, улар төнө буйы күңел аса. Еңгәбеҙ һәм кесе улдары йоҡоға тала, ә ололары тәмәке тартырға соланға сыға. Күрәһең, иҫерткес эсемлек тә үҙ эшен эшләгәндер, ул тартҡан килеш диванда йоҡлап китә. Ут тәүҙә соланды ялмай, һуңынан өй эсенә үтә. Ауылдың йоҡлаған мәле. Күршеһе күреп ҡала, әммә ҡыҙғаныс, бик һуң була. Яҡындарыбыҙҙың һөйәктәрен генә йыйып алдыҡ, - ти инәй.

Тетрәндерҙе был ваҡиға. Хәйер, ундай хәлдәр әле юҡмы ни? Матбуғат саралары был турала яҙып ҡына тора. Эскән кеше үҙенең генә түгел, ә яҡындарының, күрше-тирәһендә йәшәүселәрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Кеше үҙ хатаһын аҙаҡ ҡына аңлай ҙа ул, ләкин һуң була. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙ ғәйебен танып та өлгөрмәй, мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үрҙә яҙылған осраҡта ла шулай булып сыҡҡан.

Бәләгә килтереүсе тағы бер сәбәп - янғын менән һаҡһыҙ ҡыланыу. Беҙ, хужабикәләр, күп ваҡытыбыҙҙы кухняла, плитә янында уҙғарабыҙ. Унда ла хәүеф һағалай. Утҡа май сәсрәһенме, аш ташып газды һүндерһенме, көслө ялҡын кейемгә тоҡанһынмы һ.б. Һәр саҡ абай булырға кәрәк. Шулай уҡ аш-һыу бүлмәһенә балаларҙы яҡынайтырға ярамай. Айырыуса кескәйҙәр газды һүндерергә әүәҫ, ҡурҡыу тигәнде белмәйҙәр. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы бәлә-ҡазанан һаҡлайыҡ, ябай ҡағиҙәләр тураһында онотмайыҡ.

Аҙналыҡ мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, ҡалала барлығы 11 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, иҫерек килеш тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Ярай әле, ҡорбандар, һәләк булыусылар юҡ.


Читайте нас: