Был ике участкалағы эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Ремонтты Салауат ойошмалары атҡара һәм улар тәүге һыуыҡтарға тиклем юлдарҙы сафҡа индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
116-сы квартал яғына киткән юлда машиналар күп йөрөй һәм ундағы күпер юлын тәртипкә килтереү - көнүҙәк бурыстарҙың береһе. Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов белдереүенсә, был участканы ремонтлау мөмкинлеге милли проект сиктәрендә бүленгән аҡсаны экономиялау һөҙөмтәһендә килеп тыуған. Эш күләме 11 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә ала.
- Юлдың ситтәре рәтләнә, кәртәләре нығытыла, юлдың үҙендә иҫке асфальт ҡырып таҙартыла һәм яңыһы һалына, - тип таныштыра етәксе эштең барышы менән. - Юлды һалғанда геосетка ҡулланыла. Ул киләсәктә асфальтта тәгәрмәс юлы барлыҡҡа килмәһен өсөн кәрәкле әйбер. Шулай уҡ ошо күпер янынан Вокзал урамына киткән юл да яңыртыла.
Ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы әлеге ваҡытта төҙөкләндерелгән юлдарҙың береһе - Хмельницкий урамы. Унда шулай уҡ иҫке асфальт ҡырып алынған һәм юлдың ситенә бордюрҙар ҡуйыла башлаған. Айҙар Айрат улы әйтеүенсә, барлығы был участкала 11 меңгә яҡын квадрат метр майҙанды төҙөкләндереү ҡаралған. Уның иҫәбенә автомобиль юлын да, йәйәүлеләр тротуарын да рәткә килтереү планлаш-тырылған. Машина йөрөү юлы ярты метр тирәһенә киңәйтелә, ә йәйәүлеләр өсөн оло юлдың ике яғынан да тротуарҙар һалына. Бынан тыш, юлдарҙағы ҡоҙоҡтар юл кимәленә тигеҙләнеп күтәртелә.
Асфальт һалына башлау менән юлдарҙы ябыу ҡаралған. Был ваҡытлыса сараға автоһәүәҫкәрҙәрҙең аңлау менән ҡарауы һорала, сөнки асфальттың нығыныуы талап ителә.