газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Октябрь 2019, 12:35

Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла бәләнән һаҡлайыҡ

Йылы йәйҙән һуң һалҡын көҙгә инеп китеүе бигерәк ҡыйын. Тышта ямғыр яуа, өйҙәр һыуыҡ.

Әле ярай йорттарға йылы йүгерҙе. Ә ул булмаған ваҡытта электр йылытыу ҡорамалдары кешенең ҡотҡарыусыһына әүерелә. Күптәр керҙе шунда киптерә, уның ярҙамында һалҡындан һаҡланырға тырышалар. Тик, файҙаһы менән бергә хәүефе лә барлығын аңламаусылар ҙа етерлек. Бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотонорға кәрәк. Юғиһә, ҡулдан эшләнгән асыҡ мейестәрҙе файҙаланыу бәләгә алып килеүе ихтимал. Төнгөлөккә берүк ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ. Электр йылытыу әйберҙәре менән балаларҙың уйнауына юл ҡуймағыҙ. Уларҙы ҡорма йәки мебелгә яҡын урынлаштырырға ярамай. Миҫал өсөн. Йылытыу миҙгеле башланмағайны әле. Дуҫымдың һеңлеһе бәпес тапты. Аңлашыла, сабыйға ла һыуыҡ, йүргәктәр ҙә кипмәй. Әсә иҫке генә йылытыу йыһазында кер киптереп алмаҡсы була. Үҙе аш-һыу бүлмәһенә сыға. Ни аралалыр, мейес ҡыҙып, кейемгә тоҡанып, төтәй башлай. Ярай әле, ҡатын ваҡытында йүгереп сығып, утҡа ҡаршы тора ала. Ә бит ул бәпестең карауатына яҡын урынлашҡан.

Әле көҙгө муллыҡты йыйғандан һуң хужалар баҡсаларындағы биләмәне йыйыштырыу менән мәшғүл. Ҡоро япраҡтың күплеге! Йыйып ҡына өлгөр. Уларҙы яндырыу ҙа ҡурҡыныс тыуҙыра. Бер танышым һөйләй:

- Күршем баҡсаһындағы ҡоро япраҡтарҙы тау итеп өйгән дә, яндырмаҡсы булған. Ҡоро-һарыға күп кәрәкме ни инде, гөлт итеп янып бөткән дә, кипкән үләнгә һикергән. Унан - йортона. Ярай әле эргә-тирәһендә беҙ, күршеләре, бар инек. Кем нисек булдыра алды, шулай ярҙам иттек. Ә бит бөтә донъяңдың күккә осоуы ихтимал, - ти ул.

Баҡсаларҙа сүп яндырыу ҡәтғи тыйылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙә боҙоусылар үҙҙәренекен эшләүен дауам итә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү оло фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалыуын аңларға ваҡыттыр.


Читайте нас: