газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Октябрь 2019, 12:59

Ҡайҙа һеҙ, кешеләр?!

Кеше яҙмыштары шул тиклем төрлө. Институтта уҡығанда биш йыл бер бүлмәлә йәшәгән иптәш ҡыҙ менән 20 йылдан һуң осраштыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, ошо ике тиҫтә йыл эсендә тормоштарыбыҙҙа булған хәлдәр тураһында уртаҡлаштыҡ. Әммә аралашыуыбыҙҙа иң тетрәндергәне - уның бер туған апаһының эҙһеҙ юғалыуы һәм әлегәсә ҡайҙа булыуы ла билдәһеҙ булыуы. Әсәйемдең сәстәре ағарып бөттө инде, көн һайын йөрәктә ут йөрөтәбеҙ, иң ауыры - билдәһеҙлек, ти әхирәт.

Һуңынан ул төрлө социаль селтәрҙәрҙә юғалғандарҙы эҙләү төркөмдәре булды-рылыуы һәм унда йөҙәрләгән кешеләр хаҡында иғландар бирелеүе тураһында ла һөйләне. Инеп ҡараным, ысынлап та, ундағы иғлан-дарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Уларҙың һәр береһе яҡында-рының табылырына өмөт менән яҙылған. Ә ҡайһы бер кешеләрҙең эҙһеҙ юҡҡа сығыуына тиҫтә йылдар үткән. Ә шулай ҙа яҡындарының күңелендә юғалған кешеләрен күреү өмөтө һаман да йәшәй. Кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы бик-бик ауыр ҡайғы, үлгән кешенең, исмаһам, ҡәбере була, ә бында бөтмәҫ-төкән-мәҫ һорауҙар һәм көн дә тәҙрәнән күҙҙе алмай, ишекте туҡылдатып килеп инер, тип көтөүҙәр.

Тотош илдә йыл һайын бәләкәй генә ҡаласыҡты тултырырлыҡ халыҡ ғәйеп була, тигән мәғлүмәт бирелә. Юғалғандар араһында төрлө кешеләр бар: тыныс ҡына йәшәп ятҡан, балалар үҫтергән йорт хужабикәләре лә, криминаль тормош менән бәйләнгән йәш кенә егеттәр ҙә, яҡшы тормош иткән бизнесмендар ҙа, бомждар ҙа. Хәбәрһеҙ ғәйеп булғандарҙың төрлө йәштә, төрлө енестә, социаль статусының да төрлө булыуы ихтимал. Юғалған кешеләрҙең төп төркөмөн бер ниндәй сәбәпһеҙ ғәйеп булғандар тәшкил итә, унан инде һунарға, балыҡҡа, туристик походҡа тип, һөйгәне, яҡындары менән талашып өйҙән китеп юҡҡа сыҡҡандар килә. Шулай уҡ исемлекте психик яҡтан һау түгелдәр, хәтере булмағандар, эскелек, наркотик менән ма-уығыусылар, балалар йорт-тарынан ҡасыусы балалар, асарбаҡтар, берәй насар эшкә йәлеп ителгәндәр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тулыландыра.

Әхирәтемдең апаһы ла эшкә киткән юлда, һыуға төш-кәндәй, ғәйеп булған. Бәлә булыуға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Тормош иптәше менән татыу ғына йәшәп ятҡандар, иреш-талаш булмаған. Ғәҙәттәгесә, иртән йыйынып эшкә сығып киткән һәм юҡҡа сыҡҡан. Уны ҡайҙан ғына, нисек кенә эҙләп ҡарамайҙар, полиция хәлде тикшерә, күрәҙәсегә лә баралар, әммә һөҙөмтә генә юҡ, апаһын ер йотҡанмы ней, бер генә лә ыңғай яңылыҡ юҡ. Ә әсәй кеше, бәлки, баламды ҡоллоҡта тоталарҙыр, бәлки үлтергәндәрҙер, мин уның ҡайҙа ятҡанын да белмәйем, бәлки уға ярҙам кәрәктер, ә мин ярҙам да итә алмайым, тип өҙгөләнә. Был осраҡта нисек сәс ағармаһын да, нисек йөрәк көймәһен?

Ҡайҙа була икән һуң кешеләр? Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, кешеләрҙең ғәйеп булыу сәбәптәре төрлөсә. Уны үлтереп күмеүҙәре, яндырыуҙары, һыуға батырыуҙары, ҡоллоҡ, фәхишәлек менән көсләп шөғөлләндереү, органдарға һатыу өсөн урлауҙары мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ теләге менән дә ғәйеп булыуы мөмкин. Ундайҙарҙың исем-шәрифтәрен алышты-рып, сит-ят ерҙә йәшәп ятыуҙары асыҡлана. Шулай уҡ берәй хәл арҡаһында хәтерен юғалтыусыларҙың кем булыуын асыҡлау оҙаҡҡа һуҙылыуы арҡаһында, уның хәбәрһеҙ юғалғандар булып иҫәпләнеүенә килтерә.

Интернет селтәрендә әленән-әле кемдеңдер өйөнә ҡайтмауы тураһында хәбәр булып тора. Уларҙы күрһәң, йөрәк жыу итеп ҡала. Бер нисә көндән һуң юғалған кешенең иҫән-һау табылыуы тураһында хәбәр ителһә, күңелгә йылы йүгерә. Йылдар буйына яҡындарын көткәндәргә Хоҙай ярҙам һәм сабырлыҡ бирһен. Ә беҙ өйҙәгеләргә, яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.


Читайте нас: