Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Октябрь 2019, 12:48

«Алға» менән алға барып буламы?

Республикала «Алға» транспорт картаһы индерелеүгә өс ай тирәһе ваҡыт уҙып китте. Башҡортостан ҡалаларының бер нисәүһе был мөмкинлектән файҙаланып ҡараны ла инде. Фекерҙәр төрлөсә булды. Күптәр картаны уңайлы тине, икенселәре бер нәмәһе менән дә айырылмауын белдерҙе. Шуның менән бер рәттән, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа етерлек. Редакцияға килеп төшкән хат та ошо турала һөйләй.

«Элекке транспорт картаһын автовокзал кассаһында «Алға» транспорт картаһына алыштырҙым. «Ҡала эсендә юл хаҡы күпме була?» тип һораным. «Белмәйем» тигән яуап булды тәүҙә. Минең аптырап ҡарап торғанды күргәс: «Ҡайһы транспортта - 12, ҡайһыһындалыр 18 һум», - тине. Бер ҡала эсендә төрлөсә хаҡ буламы ни, тигәнгә: «Кем нисек терминалын көйләгән инде», - тине. Аптырап һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдым. Сөнки 12 һум менән 18 һум араһында айырма ҙур ғына. Картаны аҡса менән тулыландырырғамы, әллә кәрәге юҡмы икән, тигән һорау тыуа. Сөнки мин ҡала эсендәге транспорт менән генә файҙаланам. Бер сәғәт эсендә икенсе транспортҡа күсеп ултырғанда юл хаҡы буш була тигәнгә лә асыҡлыҡ индереп үтһәгеҙ ине.

Ғәлиә Сәлихова».


Ғәлиә апайҙың хатына яуап алыу өсөн ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлегенә мөрәжәғәт иттек. Һорауға асыҡлыҡты бүлектең төп белгесе Альбина Әхмәҙиева индерҙе.


- «Алға» картаһын авто-вокзалда, «Ярмарка» магази-нында, почта бүлексәләрендә, Һаҡлыҡ банкында һатып алырға була. Хаҡы - 50 һум. Уны «Һаҡлыҡ банкы онлайн» ҡушымтаһы, Уралсиб аша һәм почта бүлексәләрендә тулыландырырға мөмкин. Ҡала эсендәге маршруттарҙа йөрөү хаҡы аҡсалата - 20, ә «Алға» менән 18 һумға төшә. 12 һум тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Терминалды ла кем нисек теләй, шулай көйләй алмай, сөнки уны «Башҡортостан социаль карталар регистры» йәмғиәте көйләп урынлаштыра. Элекке социаль карталарҙы СПАТП бинаһында һәм автовокзалда алыштыралар. Был эштә буталсыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар бар әле. Мәҫәлән, «сәғәтлек» тип аталған тариф. Ул беҙҙең ҡалала әлегә юҡ. 1 октябрҙән Өфө ҡалаһында ғына эшләй башланы. Киләсәктә бындай алым беҙҙә лә индерелер, тип өмөтләнәбеҙ. Шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыу транспорты буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. «Башавтотранс» менән проблемалар юҡ, бына шәхси компаниялар менән «борсаҡ бешеп» етмәй. Уларҙың ҡайһылары яңы терминалды ҡуйҙыртыуға риза, ә бәғзеләре ҡаршы. Барыһын да йәлеп итергә тырышабыҙ, әлбиттә. Сөнки кеше «Алға» картаһына өмөт итеп ултырһа, ә Газель водителе уны ҡабул итмәһә, был пассажирҙың хоҡуғы боҙола, тигән һүҙ була. Киләсәктә был система яйға һалыныр тип ышанабыҙ.


Читайте нас: