Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылынан Миңзилә Аканаева йәрминкәгә ҡорот һатырға алып килгән.
- Малды күберәк тотҡанда Салауатҡа һөтөн, майын, ҡаймағын, ҡоротон килтереп һаттыҡ. Хәҙер олоғайғас, бер генә һыйыр ҡалдырҙыҡ. Уның да һөт аҙыҡтарын һатыу форсаты тейеп тора. Салауаттар беҙҙең яҡтың һөт ризыҡтарын яратып ала, шуға ла дәртләнеп килеп торабыҙ, - ти ауыл уңғаны.
- Ҡорото бигерәк тәмле инде, - тип маҡтай-маҡтай алды Миңзилә Аканаеваның һөт аҙығын Гөлсирә Фәйзуллина. - Беҙҙең кеүек ауылдан сығып ҡаланы төйәк иткән пенсионерҙар өсөн бындай йәрминкә тауарҙары танһыҡ. Бәләкәй саҡтан тәмләп үҫкән аҙыҡтарҙы эҙләп киләбеҙ. Бында ысын ауыл кешеләре үҙҙәренең экологик яҡтан таҙа, тәмле, бер ниндәй химик ҡушылмаһыҙ тауарҙарын һата.
Йәрминкәнең төп ҡунағы, әлбиттә, бал. Ишембай райо-нының Верхотор ауылынан был татлы ризыҡты алып килгән Анна Андреева әйтеүенсә, умартасылыҡ - уларҙың ғаилә шөғөлө, 50-ләп умартаны бик хәстәрләп ҡарайҙар. Был өлкәлә көнәркәшлек бик юғары булғанға күрә, халыҡ та балға бик талапсан: уның ҡайһы райондан килтерелеүен һорашып, ризыҡты тәмләп ҡарап, тикшереп ала. Бер сирек балдың хаҡы 1500 һумдан алып 2500 һумға тиклем.
Һөт ризыҡтары һәм балдан тыш, йәрминкәлә йәшелсә, емеш-еләк бик күп. Һуғандың килограмын - 18, кишер, кәбеҫтә, боросто - 20-25, ҡарбузды - 10 һум менән алырға була ине. Ит һатылған урындар һирәк булды, сөнки ауыл хеҙмәтсәндәре ҡаҙ-өйрәктәрен дә, эре малдарын да әле һуйыуға тотонмаған, күрәһең. Уның ҡарауы, йәрминкәлә төрлө емешле ағас үҫентеләрен, көнбағыш майын, балығын, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын һатып алырға мөмкин булды.