- Динар Ғәли улы, һеҙҙең ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын алып барыуығыҙға ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Тыуған ҡалағыҙға ниндәй тойғолар, уйҙар менән ҡайттығыҙ, бәлки ниндәйҙер маҡсаттар ҙа ҡуйған булғанһығыҙҙыр?
- Мин Салауаттан 17-се мәктәпте тамамлағас сығып киттем. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда йыш ҡына ҡайтып йөрөй торғайным. Ә инде һуңынан эшләй башлағас юл һирәгерәк төштө. 30 йыл эсендә ҡала бик ныҡ үҙгәргән. Был ярты йыл минең өсөн ваҡиғаларға бай булды. Республика етәкселеге беҙҙең алға етди бурыстар ҡуя, эшебеҙ даими күҙәтеп барыла. Нимәлер эшләнә, ҡайһы берҙәре килеп тә сыҡмай. Шулай ҙа минең бурыс - ҡалалағы уңайлы йәшәү шарттары булдырыуҙа мөмкин тиклем алға китеште тәьмин итеү. Бөгөн Салауаттағы проблемалар башлыса төрлө программалар ярҙамында хәл ителә. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа халыҡтың булышлыҡ итеүе мөһим.
- “Яҙ килгәс ҡар менән юлдар ҙа ирей”, тигән фекер йәшәй халыҡта. Беҙҙең ҡалала юлдарҙы ремонтлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылды һәм киләһе йылға күпме юлды рәткә килтереү планлаштырыла? Был юҫыҡтағы эштең сифаты нисек контролдә тотола?
- Салауатта юлдарға бәйле хәл бик насарҙарҙан тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа проблемалар бар. Быйыл беҙгә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” программаһы сиктәрендә ҡаланың иң ҙур урамдарына ремонтты заманса технологияларға нигеҙләнеп яһауға өлгәшә алдыҡ. Был юлдарҙың оҙаҡ хеҙмәт итеүен күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта юлды файҙаланыу нормалары ла һаҡланырға тейеш. Был йәһәттән ямғыр һыу ағып төшә торған канализацияның булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл беҙ 7 юл участкаһында ремонт башҡарҙыҡ һәм тағы ла ике юлда эшләргә тейеш инек. Калинин урамындағыһында юл бөтә талаптарға ярашлы һалына. Ә бына Бекетов урамындағы юлдың проекты бөтөнләй нормаларға тап килмәй, һыу ағыу канализациялары ла юҡ. Шуға күрә беҙ уны ул проект буйынса эшләүҙән баш тарттыҡ. Аңлайбыҙ, кешеләр был юл участкаһының ремонтланыуын көтә, тик юлдағы һыу йыйылып аҡмай ятһа, юл тиҙ емерелеп бөтәсәк. Яңы проект әҙерләнеп, ул киләһе йылға эшләнәсәк. Ә уға тәғәйенләнәгән 10 млн һумды беҙ Б.Хмельницкий урамныдағы юлға асфальт һалыуға тотонорға ҡарар иттек.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” - ул юлдарҙың яҡтыртылыуын да күҙ уңында тота. Беҙ бөгөнгө көнгә тығыҙ итеп шөғөлләнгән эштәрҙең береһе - ул урамдарҙағы яҡтылыҡ ҡоролмаларын модернизациялау. Дөйөм алғанда, яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыуға быйыл 50 млн һум үҙләштереү ҡаралған. Шулай уҡ быйыл беҙ юлдарға яңы ысул менән тамғалар һалыуҙы ла башҡарҙыҡ.
- Сер түгел, Салауатта шәхси ойошмаларҙың автобустары хәүефле йөрөй, юл ҡағиҙәләрен боҙа, улар иҫкергән. Шәхси пассажир ташыу транспортты менән тәртип булдырыу планлаштырыламы?
- Башҡортостан Башлығы булып тәғәйенләнгәс тә, Радий Хәбиров иң тәүҙә транспорт мәсьәләһен хәл итеүгә тотондо. Һәм бөгөнгө көндә республика етәкселеге проблеманы хәл итеүҙе пассажир ташыу тармағында төп урынды дәүләт предприятиеһының алып тороуында күрә. Беҙҙең ҡалала ла йәмәғәт транспортында дәүләт ойошмаһы хеҙмәтләндереүе яҡшыраҡ. «Башавтотранс»ты яңы автобустар менән өсөн бик күп аҡса бүленә. Салауат та был саранан ситтә ҡалманы - 28 яңы автобус алды. Улар ҡала һәм муниципаль-ара маршруттарҙа йөрөй инде. Әммә был да етмәй әле, беҙгә ике тапҡырға күберәк талап ителә. Ошо көндәрҙә тағы ике ҙур автобус килергә тейеш. Шулай ҙа беҙҙең ҡала өсөн бик ҙур булмаған, урта һыйҙырышлы автобустар ҡулайыраҡ, беҙ шундайҙарға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта маршруттарҙағы автобустарҙың етешмәүен беҙ конкурс аша үткән ойошмалар иҫәбенә ҡапларға тейешбеҙ. Тик беҙҙең алда уларҙың эшен тәртипкә һалыу бурысы тора. Пассажир ташыу өлкәһен яҡшы хәлгә килтерербеҙ, тип уйлайым.
- Бик күп ҡала халҡын «Башҡортостан ихатаһы» программаһына нисек эләргә мөмкин тигән һорау борсой?
- Ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһендә муниципаль власть менән кешеләр дөйөм бер фекергә килеп эш итергә тейеш. «Башҡортостан ихатаһы» программаһы тап ошоға йүнәлтелгән. Ул кешеләрҙән аҡса йыйыуҙы күҙ уңында тотмай. Бер процент тик милекселәргә үҙҙерен хужа итеп тойһон, ошо яңыртыу эшендә ҡатнашлығын тойһон өсөн билдәләнгән. Программаға бер йыл түгел, шуға күрә уны тормошҡа ашырыу өсөн үҙенең талаптары бар. Әммә был программаға инеү буйынса йыйылыштар уҙғарғанда фекерҙәр бик күп, улар ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, йәш кешегә машинаһын ҡуйыу өсөн урын булыуы мөһим, ә әбей кеше уның йорт төбөндә машинаның газ сығарып ултырыуын теләмәй. Быйыл беҙ Салауатта 12 ихатаны төҙөкләндерергә планлаштырғайныҡ, аҡсаны экономиялау арҡаһында хәҙер 14 ихатаны матурлаясаҡбыҙ. Киләһе йылда 17 ихаты төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Һәм бөгөн үк ул ихаталарҙа йыйылыштар үткәрелеп, фекер алышыуҙар бара. Дөйөм ҡарарға килгәс кенә, проект раҫлана һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ебәрелә. Беҙ документтарҙы 1 ноябргә тиклем тапшырып бөтөргә бурыслыбыҙ. Был мәсьәләлә халыҡтың активлығы шатландыра.
- «Көнсығыш» микрорайонда ике яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Әммә әлегә мәктәп юҡ. Яңыраҡ мәктәп буласағы билдәле булды, тик ҡасан?
- 25 йыл буйына Салауатта бер мәктәп тә төҙөлмәгән. 2-се һәм 3-сө микрорайондарҙа йәш ғаиләләр бик күп. Уларҙың балалары бер нисә квартал үтеп уҡырға йөрөргә мәжбүр. Беҙ яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен яҙ көнө тикшерә башланыҡ, Стәрлетамаҡтағы өр-яңы асылған ҙур мәктәпте лә барып ҡарап йөрөнөк. Тик беҙҙең ҡалала мәктәп төҙөү өсөн ҡалдырылған участок заманса нормаларға яуап бирмәй. Шулай ҙа беҙ проблеманы хәл итеү юлын таптыҡ - ул урында башланғыс кластар өсөн спорт майҙансығы менән мәктәпте төҙөргә, ә талап ителгән ҙур спорт майҙансығын юлдың икенсе яғына сығарып эшләргә ҡарар иттек. Ошо көндәрҙә эшлекле сәфәре барышында Радий Фәрит улы ла был эште хупланы һәм беҙ киләһе йылда мәктәп һала башлайбыҙ.
- Беҙ йыш ҡына кешеләрҙән варчҡа эләгеп булмауы хаҡында ризаһыҙлыҡ ишетәбеҙ. Тар белгестәрҙең етмәү проблемаһы ла бар. Был мәсьәлә хәл ителерме?
- Ысынлап та был беҙҙең ҡала өсөн иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе. Беренсел звенола врачтар 50 процентҡа етешмәй. Шул арҡала табиптар үҙ иңенә икеләтә, өсләтә йөкләмә ала, әммә улар кешеләргә нисек тейешле медицина ярҙамы күрһәтә алһын. Ҡалалағы врачтарҙы йәлеп итеү өсөн ҡала Советы медицина университетының 5-се, 6-сы курстарында һәм ординатурала уҡып йөрөүсе студенттарға 10 мең һум күләмендә стипендия түләү ҡарарын ҡабул итте. Һәм был аҡсаны 20 студентҡа түләргә әҙербеҙ, тик улар һуңынан Салауатҡа килеп эшләргә тейеш. Бынан тыш, беҙ муниципаль милектәге 9 фатирҙы табибтарға бүлдек, тағы 13 фатирҙы ремонтлап әҙерләйбеҙ. Был юҫыҡтағы эшебеҙгә «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте лә ярҙам итергә ҡарар итте. Ул йыл һайын медицина өлкәһенә эшкә килгән һәр белгескә 1 млн һум аҡса бүләсәк, врач өс йыл буйына эшләргә бурыслы һәм аҡса уның иҫәбенә күсереләсәк. Беҙгә һуңғы арала белгестәрҙең килеүе һиҙелә һәм сентябрь, октябрь айҙарында тағы ла туланылыр тип өмөт итәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙың торошо буйынса ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Әлеге ваҡытҡа инфекция бүлеге бинаһының ҡыйығы яңыртылды. Губкин урамындағы хирургия корпусы ремонтлана башланы. Бының өсөн республика 370 млн һум бүлде. Быйыл һәм киләһе йылда 210 млн һумға төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу һәм киләһе йылда унда 160 млнһумға медицина ҡорамалдары һатып алыу ҡаралған. Корпус 2020 йылдың ноябернә сафҡа инергә тейеш. Ә быйылғы ноябрҙә балалар поликлиникаһында ремонт тамамланасаҡ.
Салауатта тар белгестәрҙең етешмәүен иҫәпкә алып, республика табибтарының бер аҙналап килеп кешеләрҙе тикшереүен ойошторорға ниәт итәбеҙ.
- Май айында Төҙөүселәр урамындағы 10-сы йортта янғын сыҡты. Унда йәшәүселәрҙе икенсе ергә күсерҙеләр. Был йорттоң һәм унда йәшәүселәрҙең яҙмышы нисек булыр?
- Был бәлә ваҡытында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр ғүмере лә өҙөлдө. Шул уҡ ваҡытта бөтә йортта йәшәүселәр зыян күрҙе. Әле улар ваҡытлыса фатирҙарға урынлаштырылыған. Йорт тикшерелгәндән һуң ул ремонтлаған хәлдә артабан да хеҙмәт итәсәк тигән һығымта яһалды. Беҙ капиталь ремонт башҡарыусы Төбәк операторына мөрәжәғәт иттек һәм улар сираттан тыш был йортто төҙөкләндерергә ҡарар итте.
- Беҙгә билдәле булыуынса, һеҙ бәләкәй сағығыҙҙа сәнғәт мәктәбенә йөрөгәнһегеҙ. Тағы ла ниндәй түңәрәктәргә йөрөнөгөҙ һәм әлеге ваҡытта буш ваҡытығыҙҙа нимә шөғөлләнәһегеҙ?
- Эйе, Салауатта уҡыған саҡта бик күп балалар кеүек үк сәнғәт мәктәбенә йөрөнөм. Бынан тыш, дзюдо менән шөғөлләндем. Мин һуңынан университетта ла был шөғөлдө дауам иттем. Әлеге ваҡытта спорт мәктәбе директоры Илдар Хисаметдинов минең тренерым булды. Баланың ниндәйҙер шөғөлө булыуы, маҡсаттарға ирешеүе мөһим, минеңсә. Хәҙер инде буш ваҡыт юҡ тиерлек. 10 ҡыҙым һүрәт төшөрә һәм мин дә уның менән бала саҡтағы шөғөлөмдө иҫкә төшөрөп маташам.
- Спидвей Салауат спортының символы булып тора. Әммә стадиондың авариялы хәлдә булыуы ҙур ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирмәй. «Төҙөүселәр» стадионы ҡасан төҙөкләндерелер?
- Мин үҙем дә бәләкәй саҡтан ҡалала спидвей буйынса юғары кимәлдәге чемпионаттар уҙғарылыуын иҫләйем. Әгәр Салауат спорт, спидвей ҡалаһы тигән данын яңынан тергеҙә алһа, был ҡала үҫешенең бер билдәһе булыр. Стадионда бер спидвей менән генә шөғөлләнеү урыны итеү дөрөҫ түгел, шуға күрә был урында футбол менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре лә булдырыласаҡ. Был маҡсатҡа 200 млн һум бүленәсәк. Быйыл ҡайһы бер эштәр башҡарыла башлаясаҡ, ә инде бөтәһе лә һәйбәт барһа, киләһе йылдың аҙағына, 2021 йыл башына беҙ яңы стадионлы буласаҡбыҙ.
- Бала саҡта Салауаттағы ниндәй урын һеҙҙең өсөн иң яратҡаны була торғайны? Ул әле үҙгәргәнме?
- «Рәхим итегеҙ» аркаһы биләмәһе. Беҙ бәләкәй саҡта унда Һабантуйҙар ҙа уҙа торғайны, беҙ шул тирәлә футбол уйнай торғайныҡ. Был тирәлә торлаҡ йорттар ҙа барлыҡҡа килгән, үҙгәргән, ә бына «Рәхим итегеҙ» аркаһы шул көйө. Мин уны үҙгәртергә теләр инем. Бының өсөн федераль программалар бар. Мәҫәлән, «Ҡала мөхите» программаһына инеп, бында ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урындары менән ланшафтлы паркка әйләндерергә мөмкин. Салауаттар был урынды ярата.
- Динар Ғәли улы, һеҙҙең эшегеҙ еңелдәрҙән түгел, стрестар ҙа етерлек. Ошо шартта нисек тыныслыҡ һаҡлап ҡала алаһығыҙ?
- Башҡарырға кәрәкле бурыстар бар һәм уларҙы үтәргә кәрәк. Һәм мин уларҙы лайыҡлы итеп башҡарып сыға, ҡалаға ниндәйҙер файҙалы эш эшләй алһам бик яҡшы. Минең өсөн ошо стимул булып тора. Шул саҡта әллә ниндәй тауҙар ҙа аҡтарырҙай булаһың. Кеше өсөн тыуған еренә хеҙмәт итеүҙән дә ҡиммәтерәк нимә юҡ. Шулай булғас минең тормошомда ла тыуған ҡалама хеҙмәт итеү дәртләндерә генә.
- Салауат ҡалаһын 5,10, 20 йылдан һуң ниндәй итеп күрергә теләр инегеҙ?
- Минеңсә, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Бының өсөн объектив сәбәптәр бар. Бөгөн провициаль ҡалалар яйлап һүнә бара, сөнки иҡтисадтарында, етештереүсәнлектә үҫеш юҡ. Ә Салауатта хәл икенсерәк, был йәһәттән хәл тотороҡло һәм уның киләсәге лә аныҡ. Беҙҙең ҡалала булған нефть химияһы комплексы - ул беҙҙең киләсәктәге үҫешебеҙҙең нигеҙе. Беҙҙе ағыулайҙар тигән әллә ниндәй иҫбатланмаған мәғлүмәттәргә ышанырға ярамай. Эйе, экологияға бәйле проблемалар бар, шулай ҙа ул предприятие тарафынан хәл ителә, заманса ҡоролмаларҙың зыяны күпкә аҙыраҡ. Киләсәктә нефть химияһы предприятиеһы хәүефһеҙ,зыянһыҙ, юғары технологиялы буласаҡ, ә иң мөһиме ул беҙгә тотороҡло иҡтисади хәлде тәьмин итәсәк. Уның эшмәкәрлегендә тотороҡлолоҡ бар икән, ҡала иҡтисадында да тотороҡлолоҡ булыр. Ҡала тормошона килгәндә, миңә ҡалала кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырғы килә, салауаттарҙың эшләү генә түгел, яҡшы итеп йәшәү һәм ял итеү мөмкинлеге лә булһын, балалар яҡшы мәктәрҙә уҡыһын, өй алдындағы матур ихаталарҙа уйнаһын, дауаналар юғары технологиялы булһын, спорт үҫешһен.