газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Сентябрь 2019, 17:23

Ғәйепте кемдән эҙләргә?

Ошо көндәрҙә тиҙ генә ҡалалағы супермаркеттарҙың береһенә индем. Ашығыс ҡына ала торған алаһы әйберем бар ине.

Ошо көндәрҙә тиҙ генә ҡалалағы супермаркеттарҙың береһенә индем. Ашығыс ҡына ала торған алаһы әйберем бар ине. Кассала сиратта торабыҙ. Әллә ни кеше күп тә түгел. Иң алда оло йәштәге инәй, уның артынан бер ҡатын һәм мин. Инәй апаруҡ ҡына виноград алған. Һатыусы емештең хаҡы йөҙ тәңкәнән саҡ ҡына артыҡ булыуын әйтте.
- Аҡсаны үҙең иҫәпләп ал инде, - тип усындағы ваҡлыҡты ҡыҙға һондо.
Тейешле сумма тулмағас: “Улайһа, эрелекте бирергә ҡала инде”, - тине. Иҫәпләшеп, ситкә китеүе булды, магазиндағы хәл-торошто компьютерҙан күҙәтеп ултырыусы һаҡсы егет уның эргәһенә йәһәт кенә килеп етә һалды.
- Сумкаларығыҙҙағы барлыҡ әйберегеҙҙе күрһәтеүегеҙҙе һорайым, - тине.
Өҫтәл өҫтөнә әйберҙәр өйөлдө.
- Бөттө, - тине әбекәй хеҙмәткәрҙең күҙенә ҡарап.
- Сығар, сығар, инәй. Анауы муҡса төбөндәге шоколадтарҙы ла, - тине егет ныҡышып.
Һаҡсы пакетта йәшеренгән өс ҡап шоколадҡа төртөп күрһәтте. Төҫмөрләүем буйынса, хаҡтары арыу ғына тора.
- Улар өсөн мин иҫәпләштем, - тине инәй.
- Ююююҡ, инәй, бына быларҙы һеҙ сәлдерҙегеҙ, - тине.
Ыҡ-мыҡ итте лә, тегеһе өнһөҙ ҡалды.
Был күренеште ситтән генә күҙәтәм. Егет тә, инәй ҙә аптырашта ҡалдылар. Инәйҙең йөҙөнә хәҙер миңә нимә була инде, тигән уй сыҡһа, егет иһә был инәйҙе нишәтергә инде, тип көйәләнә ине. Оҙаҡ уйлап тормай ул: “Инәй, ныҡлап тағы бер тапҡыр әйтәм. Икенсе ҡат эләкһәгеҙ, өсләтә штраф янаясаҡ. Аңлағыҙ шуны. Ә хәҙер тиҙ генә шылығыҙ бынан” - тип, башҡа хеҙмәткәрҙәр күрмәгән арала, оло кешене тиҙ генә ишектән оҙата һалды.
Ярай әле мәрхәмәтле, миһырбанлы үҙебеҙҙең кеше эләкте. Юғиһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарын саҡыртып, акт төҙөп, эште олоға ебәрерҙәр ине. Оло кешене был аҙымға нимә этәргән,нимә мәжбүр иткән? Матур ғына кейенгән, өҫтәүенә, ҡулында меңлек аҡсаһы ла бар. Быны ваҡлатһам, пенсияға тиклем йәшәргә етмәҫ, тип уйланы микән? Ә бәлки, өс ҡаптан магазин ярлыланмаҫ әле тигәндер? Яуаптары бары үҙендә генә инде.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәрҙең аҙ пенсияһы, хаҡтарҙың бермә-бер артыуы күптәрҙе ошондай аҙымға этәрәлер. Бөтә ил буйынса ла ошондай хәлдәр килеп сығып тора. Йәл...
Читайте нас: