газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Август 2019, 10:44

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып

Ҡалабыҙҙың яңы биҫтәләрендә йорттар ҡалҡып сыҡһа ла, юлдар һалыу ни өсөндөр һуңға ҡала. Бына Калинин урамының Бекетов урамы киҫелешенән алып Урман паркы урамы киҫелешенә тиклемге өлөшөндәге юлдың төҙөлөшөн халыҡ күптән түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки быға тиклем автомобилдәр ялан юлынан йөрөргә мәжбүр булды. Ниһайәт, халыҡтың теләге тормошҡа аша, был биләмәлә юл һалына башланы.

Салауаттағы юл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә һалына. Уның оҙонлоғо 410 метр. Бында әлеге ваҡытта махсус техника юл һалынасаҡ ерҙе әҙерләй. Алда ҙур күләмле эш көтә, шулай ҙа һөҙөмтәһе халыҡты оҙаҡ көттөрмәҫ, салауаттар яңы юлдан рәхәтләнеп йөрөр, тигән ышаныс бар.

- Юл һалына башланы. Уны “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Мәләүез юл ремонтлау-төҙөү идаралығы башҡара, - тип һөйләй ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Сидоров. - Әлеге ваҡытҡа бында юл һалыу майҙаны билдәләнгән, ер тигеҙләнгән, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һалына башлай, һуңынан инде ваҡ таш һәм ике ҡатлы асфальт түшәләсәк. Юлдың ситтәренә мотлаҡ бордюрҙар ҡуйыу, ике урында йәйәүлеләр үткәүелен эшләү, юл билдәләрен урынлаштырыу ҡаралған. Был юлды һалыу хаҡы 26 млн һумдан ашыуға төшә. Әле эштәр 10 процентҡа башҡарылған, ул 31 октябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Подряд ойошманың баш инженеры Александр Денисов эштәр билдәләнгән план буйынса бара, тип ышандыра. Ул Салауат халҡына юлдың ваҡытлыса ябылыуына аңлап ҡарауҙы һорай.

- Беҙ ҡала хакимиәтенә юл төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иткәнгә ярайһы уҡ ваҡыт үтте. Төҙөләсәк, тип бирелгән вәғәҙәнең тормошҡа ашыуын да өс йылдан ашыу көтәбеҙ. Яҙлы-көҙлө был тирәнән балалар, коляска менән бөтөнләй үтерлек түгел ине. Йортобоҙға ҡайтып етер өсөн башҡа кварталдар аша урап йөрөргә тура килде. Юл һалына башланыуына бик шатбыҙ һәм ул ваҡытында файҙаланыуға тапшырылыр, тип өмөт итәбеҙ, - ти Наталья Хафизова.


Читайте нас: