газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Июль 2019, 11:28

Ҡағиҙәне боҙма, дуҫ!

Велосипедта йөрөү - балаларҙың да, ололарҙың да яратҡан йәйге шөғөлө. Әммә йылы көндәр башланыу менән, велосипедта йөрөгән балалар ҡатнашлығында авариялар һаны бермә-бер арта. Шуныһы ҡурҡыныс, юл аша үткәндә балалар унан төшөүҙе кәрәк тип тапмай.

Бер көн шулай үҙем дә, улымдан «прокат»ҡа алып, төшкө аштан һуң эшкә велосипедта килдем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, сәпиткә күптән ултырған юҡ ине. Бер яҡтан, иллә мәгәр, уңайлы икән. Йәйәү ярты сәғәт йөрөгән юлды “һә” тигәнсе 10 минутта үттем дә ҡуйҙым. Икенсе яҡтан, хәүефле генә транспорт сараһы, айырыуса юл аша сыҡҡанда. Йәйәүлеләр үткәүеленә етәрәк, велосипедтан төшөү өсөн тормозға баҫам, ә ул алға тәгәрәп тик бара. Баҡтиһәң, тормозды сумкамдың тотҡаһы менән ҡыҫҡанмын. Аҙ ғына һуңғараҡ баҫһам, машина аҫтына эләгеүеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ә балалар ошо хәүефте аңламай, елдереп кенә үтәм дә китәм, тип уйлай. Күңелһеҙ хәлдәр булмаһын, уларҙы иҫкәртеү өсөн уҙған аҙна «Ярҙам итәйек» хәйриә фонды менән ҡаланың ЮХХДИ бүлексәһе 58-се ба-лалар баҡсаһында «Хәүефһеҙ бала саҡ» программаһы сиктәрендә «Велосипедсы» акцияһын уҙғарҙы. Сағыу жилеттарҙағы кескәйҙәр ололарға ла, кескәйҙәргә лә листовкалар таратты, «зебра» алдында трафарет ярҙамында «Велосипедтан төш» тигән яҙыу һыҙҙы. Фонд йәш велосипедсыларға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белгәндәргә үҙ бүләктәрен дә әҙерләгәйне.

Сара аҙағында ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы Светлана Потапенко барыһын да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.

- Велосипедсы - ул йәйәүле түгел, ә шундай уҡ транспорт сараһы водителе. Урамдан китеп барыусы велосипедтың тиҙлеге йәйәүлегә ҡарағанда күпкә юғары. Ҡапыл пәйҙә булған велосипедсы авто-мобиль водителен апты-рашта ҡалдыра. Шуның өсөн тағы бер иҫкәртәм: йәйәүлеләр үткәүелен мотлаҡ велосипедтан төшөп үтергә кәрәк. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн 800 һум күләмендә штраф ҡаралған. Ата-әсәләр ҙә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе балаларына өйрәтһен, уларҙы яңғыҙын ҡалдырмаһын ине, - тине Светлана Владимировна.

Ул миҫалдар ҙа килтереп уҙҙы. 10 июлдә бер бала велосипедта көйләнмәгән урында юлды үткән һәм машина аҫтына эләккән. Әлеге мәлдә уға күңелле кани-кулдар урынына, дауаханала сәләмәтлеген тергеҙергә мәжбүр.

Иптәшем дә, водитель булараҡ, был проблеманың киҫкен булыуын билдәләй.

- Велосипедҡа атланған малай-ҡыҙҙар юлға көт-мәгәндә килеп сыға. Был ике яҡ өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Ә берәй хәл була ҡалһа, мотлаҡ водителде ғәйепле тип таныясаҡтар. Ул да бит, әллә тормозға ҡапыл баҫып өлгөрә, әллә юҡ. Шуның өсөн юлды велосипедтан төшөп үтергә кәрәк, - тине ул.


Читайте нас: