Рәсәйҙә сүп-сар реформаһы ғәмәлгә инде. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар әҙерләү һәм уларҙы ҡуйыу бөгөнгө көнгә актуаль һорау. Ҡалабыҙ биләмәһендә урынлашҡан 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында сүп-сар контейнерҙарын етештереү буйынса эште үҙләштергәндәр.
2018 йылда уҡ әле был учреждениела полиэтилен һауыттарҙы йыйыу өсөн селтәрле контейнерҙарҙы әҙерләүгә тотоналар. Ҡалдыҡтарҙы үтилләштереүгә яңы талаптар ҡуйылыуға бәйле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихтыяждары өсөн продукция ассортименты ла артты. 2019 йылда колонияла макулатура, пластик һауыттар, батарейкалар, энергия һаҡлаусы лампаларҙы, шулай уҡ коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙарҙы, майҙансыҡты уратып алыу өсөн төрлө үлсәмдәге кәртәләрҙе эшләү башлағандар.
Барлығы контейнейҙар етештереү производствоһында төрмәлә ултырған 35 кеше эшләй.
- Металл контейнерҙарын эшләү өсөн 2-нән алып 4 миллиметрға тиклемге ҡалынлыҡтағы ҡорос ҡулланыла, - тип һөйләй учреждение начальнигы урынбаҫары Виталий Клоков.
4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында производство өсөн бөтә ҡоролмалар ҙа бар: металды киҫеү, эшкәртеү, йәбештереү һәм буяу өсөн.
Башҡортостан Республикаһы буйынса УФНСИН-дың матбуғат хеҙмәтеннә хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһы учреждениеһы менән бөгөнгө көнгә сүп-сар йыйыу өсөн тиемр контейнерҙар етештереүгә 10,5 млн һумлыҡ контракт төҙөлгән дә инде.