Подъездағы бөгөнгө ремонт - ул милекселәр менән подряд ойошманың берҙәм, килешеп эш итеүе һөҙөмтәһе. 34-се йорттоң подъезы ысынлап та ҡарап туйғыһыҙ матур килеп сыҡҡан, уны хатта бөтәһенә лә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Бындағы яҡтылыҡ, таҙалыҡ, бөхтәлекте күреп шунда уҡ күңелдәр күтәрелеп китә. Бынан тыш, тәҙрә рамдары, радиаторҙар, баҫҡыс яндауырҙарының, почта йәшниктәренең алыштырылыуы, төрлө кабелдәрҙең йәшерелеп ҡуйылыуы, ингән урындың яңыртылыуы йортта йәшәүселәрҙең уңайлыҡтары өсөн бик тә мөһим. Башҡа ремонт башҡарылған ремонттарҙан айырмалы рәүештә, был подъезды биҙәүгә ижади ҡарағандар. Ишектән килеп ингәс тә стенала матур тәбиғәтте, ҡоштарҙы һүрәтләгән картина ҡаршы ала.
34-се йортта йәшәүсе Венера Мартынова эштәрҙән бик ҡәнәғәт.
- Беҙҙең подъезд ҡалала иң матурылыр. Бик йәмле булып ҡалды, бөтәһе лә заманса итеп эшләнгән. Барыһы ла намыҫ менән башҡарылғаны күренеп тора. Мин, ғәҙәттәгесә стеналарҙы арлы-бирле буярҙар ҙа ҡуйырҙар, тип уйлағайным. Юҡ, бик тә яуаплы ойошма эләкте, эште еренә еткереп башҡарып ҡуйҙылар, - ти ул.
Елена Норкина ла ремонттың сифатына хайран ҡалыуын йәшермәй.
- Подъезд стенаһына ҡауҙы ҡоштары менән тәбиғәт төшөрөлөүе беҙҙе бөтөнләй әсир итте, - тип ҡыуана ул. - Ремонтты башҡарыусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ошо һүрәттәге кеүек беҙҙең йортта ла тыныслыҡ, берҙәмлек тантана итер, тип уйлайбыҙ. Был матурлыҡты оҙаҡ йылдар һаҡлау үҙебеҙҙән генә тора, аңлайбыҙ.
Подряд йошмаһының етәксеһе Альберт Сәйетов тыйнаҡ ҡына, беҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы атҡарып сығырға тырыштыҡ, ти.
Шулай итеп, алты йылға иҫәпләнгән республика программаһының тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы. Быйыл беҙҙең ҡалала ошо программа буйынса 276 подезды яңыртыу планлаштырылған. Шулай булғас, көндән-көн Салауатта подъездарына ҡыуанып инеүселәр артыр, тип көтәбеҙ.