Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Июль 2019, 10:54

Яңыртырға бер сара

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда еңеүсе йорт 100 мең һум күләмендә премия ала. Ҡайһы берәүҙәр, ҡалалағы күп ҡатлы йорт өсөн ул күпме ни инде, уға нимә эшләргә мөмкин һуң, тиер. Ә шулай ҙа ни тиһәң дә был аҡса. Ҡайҙалыр буярға, ҡайҙалыр аҡларға, ҡайҙалыр ремонтлап, ниндәйҙер эштәр атҡарырға мөмкин. Кем әйтмешләй, ул йөҙ мең һум да юлда ятмай.

Бына Салауат ҡалаһындағы күп фатирлы йорттар ҙа ошо конкурста ҡатнашып, йыл һайын премияға лайыҡ булып тора. Уларҙа милекселәрҙең ҡарары буйынса йә подъезға инеү урындары яңыртыла, йә электр ҡоролмалары алыштырыла, йә эскәмйәләр ҡуйыла, ғөмүмән, йорт хужалары теләге буйынса ниндәй ҙә булһа эш башҡарыла.

“Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсы 2013 йылдан алып уҙғарылып килә. Тәүҙә бәйгенең аҡсалата фонды ике тапҡырға кәмерәк булһа, 2017 йылдан ул арттырылды һәм был еңеүселәр һанын 50-нән 100-гә тиклем еткерергә мөмкинлек бирҙе. Быйыл конкурсҡа 17 муниципалитеттан йәмғеһе 173 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙы баһалағанда подъездарҙың биҙәлеше, таҙалығы, баҫҡыстарҙың, инженерлыҡ селтәрҙәренең, йорт фасадының техник торошо, дөйөм файҙаланыу урындарының яҡтыртылыуы, инвалидтар өсөн ҡулайламаларҙың булыу-булмауы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары менән йыһазландырылыуы, йорт яны биләмәһенең төҙөклөгө иҫәпкә алына. Ошо көндәрҙә был сараға йомғаҡ яһалды. Салауат ҡалаһынан 12 йорт унда премияға лайыҡ булды: Ленин урамындағы, 52-се, 59-сы, 78-се, С.Юлаев бульварындағы 19-сы, 7-се, Островский урамындағы 45-се, Калинин урамындағы 18-се, 85-се, Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 20-се, 21-се һәм Йылға урамындағы 2-се, 1а йорттары. Бүләк фонды - 100 мең һум. Ул күп фатирлы йорт һәм ошо йорттоң дөйөм милкенә ҡараған ер участкаһын ҡарауға, төҙөкләндереүгә йүнәлтелергә тейеш. Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса, алған аҡсаның 10 процентына тиклем премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләнә ала. Ленин урамындағы 59-сы һәм Калинин урамындағы 18-се йорттарҙа, мәҫәлән, был премияны йорт алдындағы ҡойманы яңыртыуға тотонорға ҡарар ителгән.

Бына шулай аҡсаһы әҙ тип тормай, дәүләт тарафынан бирелгән мөмкинлектән файҙаланыу тик йәшәү шарттарыбыҙҙы ғына яҡшырта.


Читайте нас: