газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Июль 2019, 10:55

Булғас булһын, сифатлыһы

Әлеге ваҡытта республикала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы әүҙем эш алып барыла. Программаға беҙҙең ҡала ла ингән.

Эштәр барышын яуаплы ойошмалар ғына түгел, ә ҡала халҡы ла әүҙем тикшереп бара. Әйтәйек, граждандарҙан Ленин урамындағы үҙәк майҙандан Октябрь урамына тиклемге участкаһында юлдың насар ремонтланыуына зарланып мөрәжәғәт итеүселәр бихисап булған. Уҙған аҙнала ҡала хужалығы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы вәкилдәре менән юл сифатын тикшерергә сыҡты.

Ысынлап та, был өлкәлә белгес булмаһам да, юлдың бик шәптән һалынмауын асыҡ төҫмөрләргә була. Шуға күрә иҫке асфальт менән яңыһы ҡушылған ерҙәрҙең тигеҙ булмауы, асфальттың йүнле түшәлмәүе йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуын аңларға мөмкин.

- Ҡалала милли проект буйынса ете юл участкаһы төҙөкләндерелә. Эштәр тамам-ланған урындар ҙа бар. Бер нисә участкала ҡыҙыу мәл бара. Шуныһы күңелде ҡыра, ҡайһы бер подрядсы ойошмалар бурыстарын бик үк яуаплы үтәмәй. Күреп тораһығыҙ, һалынған асфальттың массаһы бер түгел. Ҡайҙалыр тип-тигеҙ, ә ҡайҙалыр ҡытыршы. Бынау бордюрҙар асфальт иҙмәһенә буялып бөткән. Был урамдарҙы бер ҙә биҙәп тормай. 5 см иҫке ҡатламды алғандар икән, тимәк, яңыһы ла шунса уҡ булырға тейеш. Ә улар, йәнәһе, яҡшыраҡ булыр, тип артығыраҡ һалған. Һөҙөмтәлә, ошо урында ҡышын ҡар, йәйен һыу йыйылып ятасаҡ. Был эштәр етди милли проект буйынса башҡарыла. Шуға күрә быға еңел ҡарашта булырға ярамай. Юлдарҙы ҡабул иткәндә дәүләт комитетынан, Екатеринбургтан тикшереүсе органдар киләсәк. Шулай булғас, подрядсы ойошмалар юлдарҙы нисек етте, шулай тапшыра алмаясаҡ, - ти ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова ла үҙ ҡарашын белдермәй ҡалманы.

- Магазин кәштәһендәге тауарҙы ла төргәгенә ҡарап һатып алабыҙ. Ошондай тороштағы юлды күҙ йомоп та ҡабул итеп булмай. Беҙҙең ҡала халҡы бөтә хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тота. Улар дәғүә белдермәҫлек итеп эшләргә кәрәк, - тине ул.

Эштәрҙе башҡарған Стәр-летамаҡ ҡалаһының «Автотө-ҙөлөшкомплект» ойошмаһы күрһәтелгән етешһеҙлектәр менән килеште. Яҡын арала уларҙы бөтөрөп, юлдарҙы тейешле хәлгә килтерергә вәғәҙә итте. Шулай уҡ лабора-тория белгестәре асфальттың сифатын тикшереү өсөн һынау өлгөһө алды.


Читайте нас: