газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Июнь 2019, 17:22

Тарифтар күтәрелә

Төбәктә 2019 йылдың беренсе июленән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә тарифтар хаҡы арта. Хаҡтар яҡынса 2 процентҡа күтәреләсәк. Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында хәбәр ителә.

Хаҡтар һыу менән тәьминиәт өсөн 1,6 процентҡа, электр энергияһына 3,6 процентҡа артыу күҙаллана. Электр плитәләре менән ҡулланған граждандарға 0,7 коэффициенты һаҡлана. Газ менән тәьмин итеү 1,4 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе төбәк опера-торҙарының тарифы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Читайте нас: