Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Июнь 2019, 17:27

Янмаҫҡа ла, батмаҫҡа ла

Йәй, бер яҡтан йәмле миҙгел булһа, икенсе яҡтан хәүефле лә. Сөнки көндәр эҫе торғанда бер шырпы ғына бөтә донъяны көлгә әйләндерергә мөмкин. Һыу ҙа йыш ҡына ҡурҡыныс тыуҙыра. Шулай ҙа, һаҡланғанды - һаҡлармын, тигән һүҙҙәрҙе оноторға ярамай. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҡазаға юлыҡтырмаҫ.

- Йәйге осорҙа янғындар йышыраҡ баҡсаларҙағы мунсаларҙа һәм башҡа ҡаралтыларҙа сыға. Дөрөҫ урынлаштырылмаған мунса мейесе һәм мейес-мөрйәләрҙе ваҡытында ремонтламау бәләгә алып килә. Мейестең тиҙ тоҡаныусан материалдарға яҡын булыуы һәм самаһыҙ ҡыҙыу яғыу ут сығыуға килтерә. Йылытыу йыһаздары тейеп торған стена һәм түбәләр эҫегә сыҙамлы материалдар, мәҫәлән, тимер киҫәге менән, ҡапланған булырға тейеш. Мөрйә торбаһының түбәнән сыҡҡан урынын янмай торған иҙмә менән эшкәртергә кәрәк. Яғылған мунсаны бер үк ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Мунсала спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу, мейес өҫтөндә кер киптереү ҡәтғи тыйыла, - тип һөйләй Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы буйынса дәүләт инспекторы Константин Щетинкин.

Шулай уҡ урмандарҙа усаҡ яғыу, кипкән үләнде, сүп-сарҙы яндырыу ҙа ҙур бәләгә алып килеүе ихтимал. Быйыл 6 айҙа ҡалала 180 янғын сыҡҡан. Унда өс кеше һәләк булған, етәүһе зыян күргән.

Һыуҙа ла бик иғтибарлы булырға, талаптарҙы етди үтәргә кәрәк. Быйыл ҡалала һыу инеү миҙгеле күңелһеҙ хәл менән асылды. Желанный ҡасабаһы янындағы күлдә 30 йәшлек егет һыуға батып үлә. Ундағы урын һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән була. Ошондай хәлдәр булмаһын өсөн махсус урындарҙы ғына һайлағыҙ.

- Ике аҙна элек ҡала пляжында һыу инеү миҙгеле асылды. Граждандарҙың хәүефһеҙ ялы өсөн бөтә мөһим саралар уҙғарылды. Һыуҙың төбө таҙартылды, һыу инә торған сиктәр билдәләнде. Балаларҙың һыу инә торған урыны уратып алынды. Көн һайын янғын хеҙмәтенең ике ҡотҡарыусыһы дежурҙа тора. Пляжға килгән балалар, өлкәндәр менән дә аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулдарҙа икәнлегенә төшөндөрөргә тырышабыҙ, - тип һөйләй янғын һағы хеҙмәте начальнигы Виктор Суханов.


Читайте нас: