Космонавтар бульварының 34-се йортона туҡталабыҙ. Эштең ҡыҙған мәле икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Стеналар иҫке ҡатламдан таҙартылып, яңынан штукатурланған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған.
Контрактҡа ярашлы, подрядсы ойошмалар, вандализм осраҡтарынан тыш, бар эштәргә лә өс йыллыҡ гарантия бирә. Аҡсаны улар подъезд рәйесе, ҡала хакимиәте вәкиле, идара итеүсе компания һәм “Төбәк операторы” ҡабул итеү актына ҡул ҡуйғас ҡына ала ала.
Анатолий Дубовский подрядсы ойошманан эштәр барышы, ниндәй проблемалар, аңлашылмаусанлыҡтар булыуы тураһында һорашты.
- Бөгөнгө көнгә эштәрҙең 60 процентҡа яҡыны башҡарылған. Әле стена-түбәләр буяу, ағартыуға әҙерләнәбеҙ, өлөшләтә иҙәндәргә плитка һалына. Объектты ай аҙағына тапшырырға иҫәп тотабыҙ. Артыҡ проблемаларға юлыҡҡаныбыҙ юҡ. Тик ял көндәрендә генә йортта йәшәүселәргә ҡамасауламаҫ өсөн һөйләшеп-килешергә тура килде, - тип отчет бирҙе подряд ойошмаһы етәксеһе Альберт Сәйетов.
Үҙҙәренә ҡараған йорт булараҡ, эштәр барышын 8-се торлаҡ идаралығы контролдә тота.
- Ремонт башланғандан бирле подряд ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Йортта йәшәүселәр менән панелдәрҙе ниндәй төҫкә буярға кәрәклеген килештек, ниндәй эштәр башҡарылырға тейешлеге хаҡында бер фекергә килдек. Подъезға ингәс тә лифттың алдында кәрәкмәгән бер ҡоролма бар ине, шуны алып ташланыҡ, хәҙер яҡты, иркен, уңайлы булып ҡалды. Яңы радиаторҙар ҡуйылды, урталағы ишек алыштырылды, көпләнде.
Йәмәғәт контроле палатаһы вәкилдәре, ҡала хакимиәте етәкселеге почта йәшниктәренең, кабель селтәрҙәренең, баҫҡыс яндауырҙарының нисек алыштырыласағы тураһында һорашты, шулай уҡ йорт алдындағы майҙансыҡта киләсәктә ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында ҡыҙыҡһынды.