Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Май 2019, 11:58

Балалар өсөн иң мөһиме - ышаныс

Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан 2010 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән берлектә балалар өсөн ил буйынса берҙәм ышаныс телефоны булдырылды. Уның һандары – 8-800-2000-122. 17 майҙа халыҡ-ара ышаныс телефоны көнө билдәләнә.

Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә ошо ышаныс телефонына шылтыратҡан балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре ашығыс рәүештә психологик ярҙам ала ала. Шылтыратыуҙарға ошо өлкәлә эшләгән төбәк белгестәре яуап бирә.

Ышаныс телефонына шылтыратыу түләүһеҙ һәм йәшерен. Был хеҙмәттең маҡсаты – ғаилә именлеген һаҡлау, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең стресс һәм суицид торошон профилакти-калау, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау.

Башҡортостан Республикаһында берҙәм ышаныс телефонына ике учреждение тоташтырылған: балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты һәм Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам итеү республика үҙәге.

Был ышаныс телефоны балалар һәм үҫмерҙәргә ҡарата ҡаты мөғәмәлә итеүгә юл ҡуймау системаһының мөһим өлөшө. Сөнки балаларға ҡатмарлы ситуацияларҙа үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеге аңлатыла.

Читайте нас: