Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Май 2019, 12:01

Ял итерлек урындар күберәк булһын

«Ҡала мөхите» - ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күмәк ял өсөн уңайлы урындар булдырыуға йүнәлтелгән федераль программа. Иң мөһиме шул, унда ҡала халҡы ла ҡатнашып, ниндәй объекттар төҙөкләндерергә тейешле икәнен үҙҙәре әйтә ала. Салауаттар былтыр биш мөһим объект өсөн тауыш бирҙе.

Күпселек «Октябрь» кинотеатры артындағы сквер төҙөкләндерергә кәрәк тигән фекерҙә булып сыҡты. Икенсе урында - Ленин урамындағы аллея. 2018 йылдың йылы миҙгеле башланыу менән эшселәр «Октябрь» кинотеатры артындағы скверҙы ремонтлауға тотондо. Биләмә сүп-сарҙан таҙартылды, ҡарт ағастар киҫелде, йомшаҡ япма түшәлде, балалар майҙансығы булдырылды. Көҙгә эштәр еренә еткерелеп тапшырылырға тейеш булһа ла, ни сәбәптәндер подрядсы алдына ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында башҡара алманы. Ҡыш буйы ҡар аҫтында ятҡан төҙөлөш ҡалдыҡтары яҙ етеү менән өҫкә ҡалҡып сыҡты. Ҡала халҡы ла күп дәғүәләр белдерҙе. Ҡалған эшкә ҡар яуа тиһәләр ҙә, яҙын биләмә сүп-сарҙан таҙартылды, юлдар тигеҙләнде. Шулай ҙа, ҡала хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, етешһеҙлектәр барыбер ҡалған әле, подрядсы ойошмаларға иҫкәрмәләр ебәрелгән.

Быйыл иһә Ленин урамындағы аллея икенсе төҫ алырға тейеш. Идаралыҡтың мәғлүмәттәре буйынса, ошо маҡсатҡа 53810,85 мең һум аҡса тотоноу ҡаралған. Аллеяны 30 сентябргә тапшырыу планы ҡуйылған. Проект буйынса, иҫке япмалар тулыһынсы алып ташланырға, 100-гә яҡын ҡарт ағас киҫелергә тейеш. Скверҙы яҡтыртыу ҙа заманса буласаҡ. Велосипедта йөрөү, брусчаткалы йәйәүлеләр юлдары һалыу ҡаралған. Шулай уҡ хәүефһеҙлек камералары, кесе архитектура ҡоролмалары урынлаштырыла. Һәм, әлбиттә, аллеяның йәшеллеккә күмелеүе көтөлә.


Читайте нас: