Уҙған ял көндәрендә БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов беҙҙең ҡалала күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Ул Салауатта тәүгә ҡулланыласаҡ яңы юл һалыу технологияһы менән танышты. Юл ремонтлауҙы “Уралбашстрой” подряд ойошмаһы башҡара, уларҙың ҡарамағында 13 берәмек техника иҫәпләнә.
Быйыл Ленин урамында юлдың да асфальтланыуын, аллеяның да төҙөкләндереүен иҫәпкә алһаҡ, водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә уңайлы шарттар буласаҡ, тине ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов.
Бынан тыш, ҡаланың көнсығыш микрорайонында Бекетов һәм Магистраль урамдарында юлдар һалыу ҡаралған.