газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Апрель 2019, 10:33

Матур булһа йорттар, күтәрелер күңелдәр

Кемдең генә үҙ йортонда таҙалыҡта-бөхтәлектә йәшәгеһе килмәй икән? Һәр беребеҙҙең сәләмәтлеге, кәйефе, хәүефһеҙлеге йәшәгән йорттарыбыҙҙың күркәмлегенә, төҙөклөгөнә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Бер нисә йыл элек йорттарға капиталь ремонт программаһы нигеҙендә һоро, йорт фасадтарының сағыу төҫ алыуын, өйҙәрҙең мүкләнеп бөткән шифрҙарының замансаларына алыштырылыуын күреп шатланғайныҡ. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиһәләр ҙә, бөгөн йорттарҙың эске өлөшөнә лә иғтибар бирелеүе халыҡты ҡыуандырмай ҡалмай.


Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса ҡала-райондарҙағы күп фатирлы йорттарҙа байтаҡ ҡына төҙөкләндереү эштәре башҡарыу ҡаралған. Быйыл подъездарҙы төҙөкләндереүгә миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ошо суммаға дүрт мең подъезд ремонтланырға тейеш. Һәм бына яңыраҡ был эш старт алды.

Ҡалабыҙҙың Космонавтар бульварында йәнәш ултырған 34-се һәм 36-сы ике туғыҙ ҡат-лы йортта бөгөн эштәр ҡайнай. Подъезға инһәң, әлбиттә, әлегә йәмһеҙ күренеш: стеналар аҡтарылған, бөтә ерҙә саң, шау-шыу. Шулай ҙа йортта йәшәүселәр был ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарай. Күптән ремонт талап ителгән подъезды бына тигән итеп эшләп ҡуйһындар өсөн бер нисә аҙна түҙергә лә мөмкин, тиҙәр. Ә эштәр, ысынлап та, етеҙ бара. “Стройтек” подряд ойошмаһының был подъездарға инеүенә бер аҙна ла үтмәгән, ә башҡарылған эштәре һиҙелерлек. Штукатур-буяусылар бригадаһы етәксе-һе Рита Хафизова белдере-үенсә, тәүҙә бөтә әҙерлек эштәре башҡарылған, стена-лар таҙартылған, тәү ҡатҡа эшкәртелгән. Регина Николае-ва, Эльвира Бердина ҡулдары-на шпателдәр тотоп стена-ларҙы тигеҙләүгә тотонған. Ике йорт та бер подъезлы булһа ла, уның коридорҙары бар. Уларҙа ла ремонт башҡарыу ҡаралған, ти Рита Хафизова. Штукатур-буяусыларҙан тыш, подъезда электр уты сымда-рын, интернет кабелдәрен алыштырыу ҙа бара.

Подъездарға капиталь ремонт программаһының комплекслы сараһы подъезд ишектәрен, иҙәнен алмаш-тырыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяу, почта йәш-никтәрен, яҡтыртыу прибор-ҙарын, тәҙрәләрҙе яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Әйтергә кәрәк, һәр подъездың үҙ лимиты, быныһы инде этаждар һанына бәйле. Ҡала хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ҡатлы йорттарға - 129,49, биш ҡатлыларға - 320,14, туғыҙ ҡатлы йорттарға 731,81 мең һум тип хаҡ билдәләнгән. 2019 йылда Салауатта 88 йорттоң 276 подъезы төҙөкләндерелергә тейеш. Уларҙың 40 подъезы ике ҡатлы 24 йортҡа, 206-һы биш ҡатлы 51 өйгә һәм 30 подъезд туғыҙ ҡатлы 13 йортҡа ҡарай. Уларҙың барыһында ла милекселәр менән йыйылыш-тар уҙғарылған, протоколдар төҙөлгән. Төбәк операторы беҙҙең ҡалала подъездарҙы капиталь ремонтлауҙың гра-фигын әҙерләгән һәм ул дүрт этапта башҡарыласаҡ. Тәүгеһе 15 апрелдә башланып, 1 июнгә тамамланырға һәм ошо ваҡыт арауығында 19 күп фатирлы йорттоң 59 подъезында ремонт башҡарырға тейеш.

Ә хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: кисен арып эштән ҡайтып киләһегеҙ, таҙа, йыйыштырыулы ихатағыҙ-ҙағы майҙансыҡта шау-гөр килеп балалар уйнай. Йорт подъезының ишеген асып инәһегеҙ, унда йәмһеҙ тишек-ярыҡтарҙың эҙе лә ҡалмаған, тәҙрәләренән ҡояш йылмая, танауға шунда уҡ яңы буяу еҫе килеп бәрелә, аяҡ аҫтында таҙа иҙән, сағыу төҫтәргә буялған стеналар. Ниндәй матур йортта йәшәйем мин тип, ҡыуана-ҡыуана, үҙ фатирығыҙға инәһегеҙ. Был ниндәйҙер төш тә, фантазия ла түгел, ә ысынбарлыҡ. Республикала подъездарҙы ремонтлау прог-раммаһын тормошҡа ашы-рыу һәр бер йортта шулай булырына ышаныс тыуҙыра.


Читайте нас: