газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Апрель 2019, 16:05

Төҙөк йортта йәшәүе лә йәмлерәк

Күпселек халыҡ төбәк операторға түләгән аҡсаларының ҡайҙа китеүен аңламай. Ай һайын аҡса күсерәбеҙ, ә йорттоң ремонт күргәне лә юҡ, тип зарлана. Уларҙың да хәленә инергә була, сөнки һәр кемдең түләүҙәрҙең нимәгә йүнәлтелеүен белгеһе килә. Тиҫтәләрсә йыл буйы төҙөүсе ҡулы теймәгән йорттарҙың барыһын да бер юлы төҙөкләндереү мөмкин дә түгел шул.

Ер ҡарҙан әрселеп, көндәр йылытыу менән ҡалала йорттарҙы капиталь ремонтлауға тотоноуҙары һиҙелә башланы.

- Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың республика программаһына ярашлы, быйыл Салауатта 41 йортта 272,6 миллион һум суммаға капиталь ремонт үткәреү планлаштырылған. Уның 147,8 млн һумы 13 йортта 64 лифт алыштырыуға, 1,9 млн һумы бер йортта электр менән тәьмин итеү системаһын йүнәтеүгә, 45,3 млн һумы 17 йортта түбәне, 2 млн һумы ике йортта фасадты, 3,1 млн һумы ике йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлгес системаларын ремонтлауға, 72,5 млн һумы ете йортта фасадты йылытыуға, йүнәлтелә. Былтыр беҙҙең ҡалала капиталь ремонт өсөн иғәнәләр түләү 99 процент тәшкил итте. Быйыл тәүге квартал йомғаҡтары буйынса, республика буйынса беҙҙең ҡала 26-сы урында тора (94 процент), - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Дмитриева.

Ленин урамының 46-сы йортонда йәшәүсе оло йәштәге инәй үҙ йортоноң тиҙҙән матур йөҙ аласағына бик шатлана.

- Был ремонтты беҙ күптән көтәбеҙ. Йылдың-йылына әле бер, әле икенсе сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп килде. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, йорт таушалған, төҫтәре уңған. Эшселәр ике аҙна эсендә апаруҡ эштәр башҡарыуға өлгәште. Тиҙ арала тамамлап та ҡуйырҙар әле, - ти ул.

Әле Октябрь урамының 15-се, 31-се йорттарында, Калинин урамының 7-се, Ленин урамының 46-сы, Пархоменко урамының 2-се, Өфө урамының 54-се йорттарында эштәр бара. Йыл аҙағына тиклем Губкин, Островский, Ленинград, Ғафури, Гагарин, Матросов, Йылға урамдарындағы йорттарҙы ремонт көтә.


Читайте нас: