Сарала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Михаил Кирәев үҙенең сығышында Башҡортостан Республикаһы ойошто-ролоуҙың 100 йыллығы - Рәсәй тарихында әһәмиәтле дата, ул төбәктә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә дөйөм байрам икәнлеген билдәләп үтте.
- Республиканың уҙған быуаттағы ҡаҙаныштарына иғтибарҙы йүнәлтеү зарур, был - күп милләтле төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Беҙ ҙур сараны билдәләйбеҙ. Илебеҙҙең үҫешендә тос өлөш индергән Салауат ҡалаһының да оло байрамы ул. Салауат - республика картаһында сәнәғәт һәм социаль ҡаҙаныштар ҡалаһы, - тине министр вазифаһын башҡарыусы.
Сығыш яһаусыларҙың фекере уртаҡ - төрлө йылдарҙа ла Башҡортостан илдең терәк төбәге булып ҡала һәм башҡа субъекттар өсөн һәр йәһәттән дә өлгө булып тора. Республиканың төп байлығы уның эшһөйәр, илһөйәр халҡы.
Динар Хәлилов үҙ сығышында ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды, унан сығыу юлдарын барланы.
Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө “Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә - 100 йыл” миҙалын тапшырыу булғандыр. Мәртәбәле наградаға эйә булғандарҙың һәммәһе лә - Башҡортостандың, Салауаттың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән абруйлы хеҙмәт кешеләре. БР Хөкүмәтенең һәм ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамо-талары, миҙалдары, Рәхмәт хаттары менән дә тиҫтәләгән кеше тәбрикләнде.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш ҡала сәхнә оҫталарының бай һәм йөкмәткеле концерты менән үрелеп барҙы. Тамашала Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең милли-мәҙәни хазиналары сағылыш тапты. Фойела төбәк уңғандары тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә эшләне.