газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Апрель 2019, 15:57

Йылға йомғаҡ, йәйгә ял итмәк

Ҡала хакимиәтендә уҙған өс яҡлы комиссияның ултырышында өс һорау ҡаралды. Тәүгеһе комиссияның былтырғы эшенә йомғаҡ яһау булһа, икенсеһе хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыуға һәм өсөнсөһө балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡағылды.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Мәғизов билдәләүенсә, 2018 йылда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелгән. Былтыр 29 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Эре һәм урта предприятиеларҙа инвестиция күләме 16 млрд һум тәшкил иткән. Уларҙа эшләүселәр һаны, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 4,3 процентҡа кәмегән һәм әлеге ваҡытҡа 38585 кеше иҫәпләнә. Ҡала ҡаҙнаһы былтыр 2 млрд 735,4 млн һумға тулыланған. Эре һәм урта ойошмаларҙағы хеҙмәт хаҡында үҫеш күҙәтелә һәм бөгөн уларҙа уртаса эш хаҡы 39 948 һум тәшкил итә. Иң күбе эшкәртеү тармағында уртаса 50 875, электр энергияһы, газ менән тәьмин итеү өлкәһендә 47 787 һум хеҙмәт хаҡы алһалар, иң әҙе төрлө хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә 23 мең һум тирәһе һәм ауыл хужалығы тармағында - 19 мең һум тирәһе. 2017 йылға ҡарағанда, ҡалала эшһеҙлек кимәле лә түбәнәйгән. Әлеге ваҡытта 639 кеше мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора. Былтыр 3 меңдән ашыу кеше эш эҙләп мөрәжәғәт иткән һәм уларҙың 2700-ҙән ашыуы эш тапҡан, улар иҫәбендә 58 кеше айырыуса эшкә мохтаждар һәм 18 инвалид.

Ҡала профсоюз комитеты рәйесе Венера Мельникова билдәләүенсә, ҡалалағы хеҙмәт хаҡының ысынбарлыҡтағы артыуы бик күп түгел. Сөнки инфляция, тауарҙарға хаҡтың артыуы сағылыш таба. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт хаҡы Рәсәй Президентының Май указдары талаптарына тап килһә лә, быға тик хеҙмәткәрҙәрҙең икешәр ставкаға эшләүе арҡаһында ирешелгән.

Законлы нигеҙҙә эшкә алыу хаҡында кешеләрҙән дүрт мө-рәжәғәт булған. Улар буйынса тикшереү уҙғарылған һәм эш биреүселәргә ҡарата иҫкәрмә сығарылған. Ә дөйөм алғанда, ҡалала хеҙмәт мөнәсәбәттәре законлы нигеҙҙә алып барылыуы буйынса рейдтар уҙғарылып, тейешле саралар күрелеп тора, тиелде кәңәшмәлә.

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һорауы буйынса мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина сығыш яһаны.

- Балалар ялын ойошторған-да иң тәү сиратта уларҙың күберәк йәлеп ителеүен һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотабыҙ, - тине Фруза Йәғәфәр ҡыҙы. - Былтыр ҡалалағы 13493 баланың 12839-ына йәйге ял ойошторолдо. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙә хәҙер уҡыусылар йәйен генә түгел, йыл әйләнәһенә төрлө лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ял итә, дауалана ала. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙең ҡала балалары 39 ял һәм дауалау учреждениеларында булған. Йәйге каникул башланыу менән барлыҡ мәктәптәрҙә лә көндөҙгө лагерҙар эшләне. 628 уҡыусы хеҙмәт лагерында эшләп, аҙ булһа ла аҡса туплай алды. Салауатҡа ҡараған «Бри-гантина» һәм «Спутник» лагер-ҙарында 2560 бала ял итте.

Мәғариф идаралығы начальнигы Нөгөш һыуһаҡ-лағысы буйында урынлашҡан «Бригантина» лагерына юл һалыуҙа ярҙам кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фруза Хәбибуллина әйтеүенсә, былтыр балалар ялына 39 млн 483 мең һум аҡса тотонолһа, быйылға план - 38 млн 790 мең һум. Мәктәптәрҙәге көндөҙгө, өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы һәм хеҙмәт берекмәләре лагерҙарын кәметеү күҙаллана.


Читайте нас: