Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Апрель 2019, 15:59

Үҫмерҙәр тарих яҙа

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы алдынан ил халҡының батырлығы хаҡында тарихты һаҡлау маҡсатында төрлө акциялар үтә. Салауат уҡыусылары ла уларға актив ҡушыла.

«Еңеү тарихы» патриотик акцияһы сиктәрендә балалар ветерандарҙың хәтирәләре буйынса видеоархивтар әҙерләй. Ҡалабыҙҙың Техник ижад үҙә-гендәге «Киностудия. Актерлыҡ оҫталығы» берекмәһендә шөғөлләнеүселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Николай Зебров менән интервью ҡорған. Ветеранға 94 йәш, 18 йәше тулмаҫ борон уҡ һуғышҡа эләккән, Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан һәм Еңеүҙе Берлинда ҡаршылаған.

Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү балалар үҙәгендә шө-ғөлләнеүселәр «Хәтер бурысы» акцияһы сиктәрендә вете-рандар менән осрашып, улар-ҙың иҫтәлектәрен яҙып ала. Киләсәктә йыйылған яҙмалар-ҙан, эсселарҙан, ветерандарға хаттарҙан торған «Хәтер китабы»н сығарыу ҡаралған.


Читайте нас: