Салауатта ул икенсегә үтте. Ғәҙәттә унда эшҡыуарҙар, ойошмалар етәкселәре, йәмәғәт вәкилдәре, банк белгес-тәре ҡатнаша. Тәүгеһендә ҡалала йылылыҡ алыштырыу ҡорамалдары заводын булдырыу, “Битум” предприятиеһын яңыртыу, ғәмәлдәге “МЭТТЭК” йәмғиәте нигеҙендә балалар, спорт майҙансыҡтары өсөн йыһаздар етештереүгә күсеү тураһында һүҙ булды. Икенсе осрашыуҙа күберәк проблемалы һорауҙар күтәрелде. Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов “Инвестиция сәғәте”ндә проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ ваҡыт билдәләп, артабан тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеү бурысын ҡуйҙы. Был осрашыуҙа ҡатнашырға теләүсе инвесторҙар, үҙ эштәрен асырға теләүселәр ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Мәғизовҡа мөрәжәғәт итә ала.