Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Апрель 2019, 15:55

Үҙемә лә, кешегә лә булһын, тип эшләһендәр ине

Ашау өсөн йәшәмәйбеҙ, йәшәү өсөн ашайбыҙ, тигәндәй, көн дә аҙыҡ-түлек алабыҙ. Әле һөтө-ҡаймағы, икмәге кәрәк, йәшелсә-емеш тә ашағы килә. Тик уларҙың хаҡтары көндән-көн арта ғына. Ҡайһы магазинға керһәң дә, НДС артты бит, тиҙәр. Эш хаҡын бер ҙә уның менән бәйләмәйҙәр. Шул көйө ҡала бирә.

Мине аптыратҡаны шул: күп кенә кибеттәрҙә йәшелсә-емештәр боҙолоп һатылма-йынса ята. Шуның хаҡтарын әҙерәк арзаныраҡ ҡуйһалар, бәлки кеше лә алыр ине. Мәҫәлән, черри помидорының хаҡын яраҡлылыҡ ваҡыты үтеүгә бер ҙә кәметмәйҙәр, ә киреһенсә, күтәрәләр. Ул йыл башында 180 һум ине, хәҙер 260 һум. Йәй көнө килтерелгән ҡауын-ҡарбуздар ҙа октябргә тиклем урамда сереп боҙолоп ятты. Ҡауындың хаҡы нисек 45 һум булһа, һатыуҙан алынғансы шулай ҡалды. Шуны арзан хаҡҡа бирергә булыр ине бит. Үҙемә лә, кешегә лә бирмәйем, була инде был.

Супермаркеттарға керһәң, аҙыҡ-түлекте һайлап, ҡарап алырға мөмкин. Яраҡлылыҡ ваҡыты үтеп барған аҙыҡтарҙы кәштәнең алғы өлөшөнә, яңыларын артҡараҡ ҡуялар. Эремсектәр биш көндән һуң боҙола башлай. Әммә улар һатылмайса кәштәләрҙә ята бирә, хаҡтары 75-80 һумдан төшмәй. Өфө, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ ҡалалары-ныҡы. Әйтер-һең дә был аҙыҡтарҙы Амери-канан килтергәндәр!

Һатыусылар әйтеүенсә, сменаға сыҡҡан һайын тауар менән тәьмин итеүселәр хаҡтарҙы арттыра.

Тәмле итеп ашағы ла, матур итеп кейенге лә килә. Яңы уҡыу йылына ҡыҙыма костюм эҙләгәндә, ҡалабыҙҙың ҙур ғына билдәле магазиндарының береһендә үҙемә бер күлдәк оҡшаны. Хаҡы 4700 һум! Хаҡы ҡиммәт һәм тәү сиратта ҡыҙымды яңы уҡыу йылына әҙерләргә кәрәк ине. Яңыраҡ шул бутикка тағы ла юл төштө. Ҡараһам, теге күлдәк һаман эленеп тора.

Шулай уҡ аяҡ кейеменә лә ҡағылышлы бер хәл. Былтыр ҡала баҙарынан үҙемә туфли алдым. Күрше бутиктағыһы йомшаҡ та, уңайлыраҡ та ине, әммә хаҡы 3900 һум. Үлсәме лә берәү генә - 38. Яңыраҡ шул бутикка кереп сыҡтым. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, шул туфли һаман тора. Алыусы ла юҡ, хаҡын да төшөрмәйҙәр. Юрамал һорашҡан булам. «Ниңә ул тиклем ҡиммәт?» - тим. «Төркиәнән. Сифаты яҡшы. Доллар ҡиммәт бит», - ти һатыусы. «Беҙҙең Рәсәйҙең дә һәйбәт аяҡ-кейемдәре етерлек», - тинем.

Ҡайһы бер бутиктарҙа берәй кейем-һалымды ал-маһаң, һатыусылар үҙҙә-ренең ризаһыҙлығын белдерә. Кейеп ҡараған осраҡта: «Һеҙгә бик килешә», - тип маҡтай башлайҙар. Беләм, был миңә бөтөнләй килешмәй, йәки үлсәме ҙурыраҡ. Ундайҙарға ниндәй ысул менән булһа ла һатырға ғына. Бының менән бөтә һатыусыларҙы ла яманларға теләмәйем. Уларҙың бик һирәктәре генә дөрөҫөн әйтә. «Юҡ, был һеҙҙеке түгел», - тип. Унда үҙеңә килешкәнен һайлап, сит кеше күҙлегенән дә баһаланып, кейем-һалым алып, риза булып сығып китәһең.

Үҙемә лә, кешегә лә булһын, тип намыҫлы эшләүселәр күберәк булһын ине.


Читайте нас: