Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Апрель 2019, 16:02

Балалар табыу йорто эстафета таяғы түгел

Һуңғы ваҡытта Салауат ҡалаһының дауалау учреждениелары йыш ҡына иғтибар үҙәгендә. Бигерәк тә балалар табыу йорто менән килеп тыуған проблеманың ыңғай хәл ителеүен көттө халыҡ. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванованың Салауатҡа килеүе лә тап һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле булды.

Үҙенең эшлекле сәфәрендә Ленара Хәким ҡыҙы бөтә медицина учреждениеларында тиерлек булды. Уларҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙе, шул иҫәптә дауалау учреждениеларында башланған ремонт эштәрен баһаланы.Шулай уҡ ҙур иғтибар талап ителгән проблемаларҙы ла күрҙе-белде, атап әйткәндә, инфекция бүлегенең үтә лә насар хәле, кадрҙар мәсьәләһе, хеҙмәткә яраҡлы халыҡ араһындағы үлем кимәле.

- Дөйөм алғанда, ҡала властарының һәм хакимиәт башлығы Динар Хәлиловтың һаулыҡ һаҡлау проблемаларын хәл итеүгә булған ҡарашы оптимизм уята, - тине Ленара Иванова. - Үҙем һәм республика Хөкүмәте яғынан Салауат медиктарының башланғыстарына һәм көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙам күрһәтеләсәк. Минең ҡарашҡа, инфекция бүлеген ремонтлау, яңыһын төҙөүгә ҡарағанда, ҡиммәтерәккә төшә, шуға уйларға кәрәк.

“Салауат” гәзитенең үткән һанында БР Хөкүмәте “Генус” шәхси компания менән концессион килешеүҙе өҙөп, бала табыу йорто ҡала дауаханаһы структураһына ҡайтарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне инде. Әммә был осраҡта ла дауалау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен борсоған һорауҙар күп. Шуға күрә лә Премьер-министр урынбаҫары менән осрашыуға бихисап кеше йыйылды. Улар араһында әле эшләп йөрөүселәр ҙә, эштән киткәндәр ҙә бар ине.

- Ҡарар ҡабул ителгән. Салауат бала табыу йорто ҡала дауаханаһының бер өлөшө буласаҡ. Был иҡтисади яҡтан да, юридик яҡтан да оптималь вариант. Ул учреждениены мөмкин тиклем тиҙерәк эшләтеп ебәреү өсөн ҡулай, - тине Ленара Хәким ҡыҙы балалар табыу йортоноң киләсәгенә бәйле һорауға аныҡлыҡ индереп.

Ул шулай уҡ бөтә медиктарға со-циаль льготалар ҡайтарыласаҡ, дауа-лау учреждениеһын матди-техник яҡ-тан йыһазландырыуға һәм ремонтҡа республика ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Балалар табыу йортон ҡала дауаханаһы структураһына ҡайтарыуға ваҡыт талап ителәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнәсәк. Пациенттарға килгәндә, гинекология ярҙамы һәм ауырлыларҙы ҡарау Салауатта алып барыласаҡ. Ә инде бала табыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар күрше Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына ебәреләсәк.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова халыҡты ла ҡабул итте. Уға торлаҡ, мәктәптәге ремонт, һаулыҡ һаҡлауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Һәр мәсьәләнең хәл ителеше контролгә алынды.


Читайте нас: