газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Март 2019, 11:26

Беҙҙә лә «Башҡорт ихаталары» бар

Былтырҙан алып ғәмәлдә булған «Башҡорт ихаталары» программаһында Салауат халҡы ла әүҙем ҡатнаша.

Ҡала хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ошо программа буйынса апаруҡ эштәр башҡарылған. Әйтәйек, былтыр яңы фатирға күскәндә йорт алды төҫһөҙ, ҡотһоҙ ғына ине. Күп тә үтмәне, йорт идаралығынан ошондай программала ҡатнашып, ихатаны төҙөкләндереү мөмкинлеге булыуы тураһында хәбәр итте. Ҡуш ҡуллап риза булдыҡ, балалар менән сығып уйнар булыр, тинек. Тиҙҙән йорт алдыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Асфальт япмаһы, велосипед юлы ремонтланды, бынамын тигән хәүефһеҙ балалар майҙансығы урынлаштырылды. Унда балалар рәхәтләнеп бәүелсәктә лә өйә, ҡомда уйнай ала, турникта күтәрелеү мөмкинлеге лә бар. Шулай уҡ эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Ошондай уҡ эштәр башҡа урамдар ҙа ла башҡарылды. Островский урамдарының 52-се, 54-се, 56-сы, 48-се -42-се, Калинин урамының 44-се йорт алдындағы биләмәлә лә шарттар яҡшыртылып, уңайлы мөхит булдырылды. Футбол майҙаны, ҡом түшәлгән һәм резина япмалы балалар уйын комплекстары, «Каскад», «Атлант» балалар спорт комплексы бөтә талаптарға яраҡлаштырып эшләнгән. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә комплекстар эшләнгән. Өфө урамдарының 94-се, 96-сы йорттарында, Еңеүҙең 30 йыллығы урамының 15-се, 15а, 23-сө, 23а, Чапаев урамының 32-се, Матросов урамының 44-се йорт алдарында асфальт япмаһы ремонтланған.

Быйыл да программала ҡатнашырға теләүсе йорттар бихисап.

- Бер төптән, килешеп эшләгәндә ҡалабыҙ тағы ла йәмләнеп китер. Ҡоролмалары хәүефһеҙ резина менән көпләнгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары, автомобилдәрҙе, контейнерҙарҙы ҡуйыу урыны, мәғлүмәт стенды, яҡтыртыу, бәләкәй архитектура формалары, йәшеллек - быларҙың барыһы ла алда бойомға ашырыласаҡ эштәр, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Дарья Васильева.


Читайте нас: