газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Март 2019, 11:31

БЕР ӘСӘНЕҢ ҒӘРИП БАЛАЛАРЫМЫ БЕҘ?

Салауат ҡалаһы башҡорттарының VIII конференцияһынан һуң миндә шундай уйҙар тыуҙы. Тәү ҡарашҡа милләттәштәребеҙҙе берләштерергә тейешле был форум бынан теүәл бер аҙна элек 25-се башҡорт гимназияһында үтте.

Конференция быйыл йәй баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙасаҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлауға арналды. Уның эшендә Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Риф Иҫәнов һәм Иршат Аҫылғужин ҡатнашты. Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, форумға барлыҡ теләге булған һәр кем керә алды.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов конференцияла ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне.

- Беҙҙе халҡыбыҙҙың киләсәгенә йүнәлеш бирәсәк ҙур сара – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көтә, - тине ул. – Ошо форумда беҙҙең ҡалабыҙҙы һәр яҡлап та лайыҡлы делегаттар ҡатнашырға һәм үҙҙәренең гражданлыҡ позицияларын белдерергә тейештәр. Бөгөнгө конференцияла ҡатнашыусылар тап шундай яҡташтарыбыҙға ышаныс күрһәтер, тип ышанғы килә.

Был көндө Динар Ғәли улының ҡулы-нан ҡоролтай эшендә актив ҡатнашҡан бер төркөм милләттәштәребеҙ Маҡтау грамоталары ла алып ҡыуанды.

Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әлеге составы 2017 йылдың апрелендә һайланғайны. Башҡарма комитет рәйесе Сибәғәт Рахманғолов ошо арауыҡта башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Июнь айында уҙасаҡ Оло ҡорға үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе.

Милли мәғариф өлкәһендә башҡарылған эштәр тураһында тармаҡ етәксеһе Фруза Хәбибуллина һөйләне.

- Бөгөн беҙ Федераль закондарға таянып эш алып барабыҙ. Телдәрҙе уҡытыу буйынса булған үҙгәрештәр әсә телебеҙҙе уҡытыуҙа ярайһы ғына ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар яғынан ҡаршылыҡ тыуыҙырыусылар юҡ. Күберәк ата-әсәләр үҙҙәре телде һайлғанда, башҡа милләткә өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән ҡоролтай эргәһендә ойошторолған махсус комиссия ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәрен йылдамыраҡ алып барырға тейеш, - тине ул.

Ишембай ҡалаһынан килгән билдәле шәхесебеҙ, изге шихандарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн күптән көрәш алып барған билдәле эколог Абдрахман Вәлитов үҙ сығышында Йөрәктау, Ҡуштау, Торатауыбыҙҙы афәттән йолоп алып ҡалырға саҡырҙы. “Был эште ығы-зығыһыҙ, хоҡуҡи документтарға таянып эшләргә кәрәк”, - тине Абдрахман уҙаман.

Ҡалабыҙҙа эшләп килгән “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолованың да конференцияла ҡатнашыусыларға әйтер һүҙе булды.

- Йәмәғәт, мин ошо милли хәрәкәттә уҙған быуаттың туҡһанынсы йыдарынан бирле ҡатнашам. Ҡорға барып, туй генералы һымаҡ ҡына йөрөргә ярамай. Унда барғас ең һыҙғанып эшләргә, булған проблемаларҙы ярып һалырға, хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Шуға күрә делегаттар милләттебеҙҙең мәнфәғәтен яҡларҙай шәхестәр булырға тейеш, - тине Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.

Ҡоролтай башҡарма комитеты янында ойошторолған ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов үҙҙәре башҡарған эштәр тураһында һөйләне.

“Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев, ошо уҡ ойошма ағзаһы Ислам Мәүлекәсовтың сығыштары һәм тәҡдимдәре лә конференцияла ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Өфөнән килгән вәкилдәр ҙә үҙҙәренең фекерҙәрен әйтте, теләктәре менән уртаҡлашты: Заһир Закир улы башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын бергәләп эшләргә саҡырҙы, ә Иршат Мөхәррәм улы эшҡыуарлыҡты үҫтерергә әйҙәне.

Риф Иҫәновтың сығышы һәр ваҡыттағыса тыныс, эшлекле булды. Ул Салауат ҡалаһы ҡоролтайының эшендә актив ҡатнашҡан кешеләргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Конференцияла ҡатнашыусылар Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов, Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, әҙип Мөхтәр Сабитов, тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлнара Хәйбуллина, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ишбулат Иҫәнбаев һәм ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов өсөн тауыш бирҙе. Улар V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында беҙҙең ҡала исеменән ҡатнашасаҡ.

Конференция шыма ғына үтте тип әйтеп булмай: һәр ваҡыттағыса тәгәр-мәскә таяҡ тағырға тырышыусылар ҙа булды, сараны өҙөргә маташыусылар ҙа табылды. Ошо уңайҙан ут күршебеҙ Юлдаш ауылынан килгән Эдуард Байсу-риндың һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ. “Бер үк эш тип янабыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ҡурсалау өсөн тырышабыҙ, балаларыбыҙҙың киләсәге тип хафаланабыҙ. Мәгәр ошондай сараларҙа ниңәлер бер-беребеҙҙе яманлайбыҙ, бысраҡ өйөргә тотонабыҙ. Яҡшы сифаттарыбыҙы күрә, баһалай белмәйбеҙ. Әйтерһең дә беҙ бер әсәнең ғәрип балалары инде”, - тип көйөндө билдәле аҡһаҡал. Уның һүҙҙәренә өҫтәп нимәлер әйтеп булмай, хаҡ һүҙҙәр. Әсә һөтө менән меңәр йыллыҡ тарихы булған милләтебеҙҙең рухын ҡаныбыҙға һеңдереп үҫкән, Ҡараһаҡал, Салауат, Кинйә, Вәлиди образын көрәш әләме итеп күтәргән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡайһы ваҡыт замана Бохайырҙары һымаҡ ҡылана башлай, шуныһы йөрәккә ҡан һауҙыра.


Читайте нас: