газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Март 2019, 11:28

Аҙ аҡсаға ла - ремонт эштәре

Салауат дауаханаларында ремонт эштәре дауам итә. Халыҡ медицина учреждениеларындағы төҙөкләндереүҙе күптән көтә ине. Яңыраҡ гәзитебеҙҙә балалар поликлиникаһының яңыртылыуы хаҡында яҙып үткәйнек, әле юлыбыҙ ҡалының 2-се поликлиникаһына төштө.

Дауалау учреждениеһының мөдире Финар Зәйнуллин мине ишек төбөнән йылы ҡаршы алып, шунда уҡ ҡайҙа, нәмәләр башҡарылыуы хаҡында ентекләп һөйләне, эштәр барышы менән таныштырҙы.

Бынан тыш, бина эсендә кәрәк тип табылған ерҙәрҙә плиткалар йәбештерелгән, стеналағы тишек-тошоҡтар һылап тигеҙләнгән. Поликлиникаға инеү, администраторҙың ҡабул итеү урындары, ҡат аралыҡтары ремонтланған. Терапия мөдире һәм лаборатория бүлмәһе өр яңы йөҙ алған. Киләсәктә электр сымдары яңыртыласаҡ.

Илле йыллап ремонт күрмәгән поликлиникаға дауахана етәкселеге үҙ көсө менән йәм, йән индерергә тырыша. Бинаның тышҡы йөҙө лә күптән буяу күрмәгән. Әлбиттә, ҡала халҡы, айырыуса өлкән быуын кешеләре, бинаның эске өлөшө яңырыуына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.


Читайте нас: