Тәү сиратта ул хәүефһеҙлек талаптарының үтәлешенә иғтибар бирҙе: урамдар, йәйәүлеләр йөрөй торған урындар, туҡталыштар, ҡыйыҡтар ҡарҙан таҙартыламы? «Был ер минеке түгел, быны мин эшләргә тейеш түгелмен, тигән һүҙҙәр булмаһын. Ҡала - беҙҙең барыбыҙҙың да дөйөм йорто», - тине Динар Ғәли улы.