газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Февраль 2019, 11:07

70 икән, тимәк, 70!

- «Салауат» гәзитенең уҙған һанында сүп-сар өсөн түләүҙе арттырасаҡтары тураһында хәбәр бирелгәйне. Әлеге хаҡ та бик әҙҙән түгел. Уны арттырыу дөрөҫ түгел һәм нигеҙһеҙ, тип иҫәпләйбеҙ. Розалия.

- 1 ғинуарҙан сүп-сар сығарыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә инде. Әлегә тиклем көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған урындарҙа һәр кешегә айына 70 һумлыҡ хаҡ ҡуйылды. Быйылдан ғына сүп-сар сығарыла башлаған урындарҙа тариф ике тапҡырға түбән. Ысынлап та беҙҙең гәзит үҙәк мәғлүмәт саралары биргән хәбәргә нигеҙләнеп, был хаҡтарҙың киләсәктә артасағы тураһында яңылыҡты бирҙе.

Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хаҡын күтәреүгә ҡа-рата үҙ һүҙен әйтте. “Алынмаған табыш тураһында миңә әйтергә кәрәкмәй. 70 тинем, тимәк, 70. Төбәк операторҙары эшен баһалаясаҡбыҙ әле. Улар яғынан әлегә ҙур инвестициялар һалы-ныуын күрмәйем. Аҡса бүлеп, 20 завод төҙөп ҡуйһалар аңлар инем, килһендәр, һөйләшербеҙ. Ә әле миңә уларға ауыр тип әйтмәгеҙ”,- тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: