газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль 2019, 10:53

Барыһы ла контролдә, тиҙәр

Билдәле балалар хирургы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штаты рәйестәше Леонид Рошаль Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Салауат ҡалаһында бала табыу йортона бәйле хәлде оператив рәүештә контролгә алыуын хупланы.

Әлеге хәлгә килгәндә, Башҡортос-тан Хөкүмәте менән “Генус” компа-нияһы араһында төҙөлгән килешеү шарттары буйынса, концессионер проектҡа 286,3 миллион һум һалып, учреждениены яңыртырға, тейешенсә йыһазландырырға тейеш булған. Бала табыу йортонда әйтеүҙәренсә, был медицина ярҙамы алыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарына кире йоғонто яһаған.

Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был хәлде контролдә тоторға, бала табыу йорттарын һәм перинаталь үҙәктәрҙе башҡаса шәхси ҡулдарға тапшырмаҫҡа ҡушты.

- Киләсәктә республикала балалар табыу йорто, перинаталь учреждениеларға ҡарата концессия килешеүе ҡулланылмаһын. Беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Беҙҙең тәжрибә, ышаныслы финанс мөмкинлектәр юҡ. Шуға бындай эште тыям, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: