Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Ғинуар 2019, 10:57

«Торатауҙы биреүгә юл ҡуймаҫ инем»

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Торатауҙы һаҡлап ҡалып, Ҡуштауҙы Башҡортостан сода компанияһына биреү буйынса ҡарарына йәнә асыҡлыҡ индерҙе.

«Был ауыр ҡарар булды. Конфликттың бик күп сәбәптәрен белә һәм уны мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә кәрәклеген аңлай инем, - тине Радий Хәбиров. - Республиканың ҙур предприятиеһында бик күп кеше эшләй, тиҙҙән унда сеймал менән бәйле проблемалар тыуыуы бар. Икенсе мәсьәлә: Башҡортостан сода компанияһы бер нисә тәбиғәт объектына дәғүә итә. Мин бер ҡасан да Йөрәктау менән Торатауҙы биреүгә юл ҡуймаҫ инем».


Республика етәксеһе хәлде сәйәсиләштереүгә ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, Торатау башҡорттар ғына түгел, ә республиканың бөтә халыҡтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Радий Хәбиров проблеманы оҙаҡ тикшереүе, Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге, экологтар, йәмәғәтселәр, эксперттар менән күп һөйләшеүе һәм ҡарар ҡабул итеүе хаҡында һөйләне.


«Ошо тауҙарға теймәһендәр өсөн Торатау менән Йөрәктауға махсус статустар бирергә теләйбеҙ. Геопарктар булдырырбыҙ һәм уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары итеп таныуҙарына өлгәшербеҙ», - тип хәбәр итте башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас: