- Әлеге ваҡытта Башҡортостандың күп фатирлы йорттарында 26 мең подъезд иҫәпләнә. Уларҙың ҡайһыларының ремонт программаһына инеүе яҡын киләсәктә билдәле буласаҡ. Кешеләрҙең нисек тауыш биреүенән сығып, 1 мартҡа йорттарҙың исемлеге әҙерләнеп, муниципаль берәмек сайттарына ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был фекер менән килешмәне.
- Һеҙ нисек тауыш бирергә йыйынаһығыҙ? Нимә тураһында? Тәүге этап - ул быйыл ремонт
эшләнәсәк подъездарҙың исемлеге. Ҡала башлығы быйыл нисә подъезд ремонтланасағын аныҡ белергә тейеш. Мин был исемлекте 20 ғинуарға әҙерләргә ҡушҡайным. Ә һеҙҙең башығыҙҙа буталсыҡ.
Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына аҙна аҙағына тиклем халыҡты яңы программа менән таныштырырға ҡушты. “Барлыҡ муниципалитеттар был программа тураһында белергә һәм быйыл уҡ унда ҡатнашырға тейеш”, - тине Башҡортостан етәксеһе.