Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Ғинуар 2019, 11:02

Эштәре йырлап бара, Күңелдәргә бал тама

Ҡаланың балалар поликлиникаһы тирәләй шау-шыу бер аҙ тынып ҡалды, буғай. Поликлиника асылғандан алып, 30 йыл тирәһе, бында бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Коридор, бүлмәләрҙә обойҙар ҡубып төшкәнен, ишектәрҙең емерек хәлдә булыуын, электр яҡтыртҡыстарының һәм ҡорамалдарының, мебелдәрҙең иҫкергәнен, бүлмәләр һыуыҡлығын һәр кем белә. Ниһайәт, бинала ата-әсәләр зарығып көткән төҙөкләндереү эштәре башланды. Ремонт эштәре менән ҡыҙыҡһынып, Салауат ҡалаһының баш врачы Александр Солтанбаев рөхсәте менән, дауаханаға юлландым.



Әйтергә кәрәк, бинаны төҙөкләндереүгә 14 млн 100 мең һум аҡса бүленгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә апаруҡ ремонт башҡарылған. Матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бирелә.


- Әле 1-се ҡаттан 4-се ҡатҡа тиклем төрлө ремонт эштәре бара. Өфөнөң «СИП-Электро» ойошмаһы электр яҡтыртыу ҡорамалдарын алыштырһа, «СалауатТорлаҡСервис» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре 2-се ҡатты төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. «ИнвестРегион» ойошмаһы рентген кабинетты ремонтлаған.



Бына электр энергияһын бөтә бина буйынса таратыу яйланмаһын күрәһегеҙ.


Төп көс кабелдәре ошонда урынлашҡан. Һәр ҡаттың электр сымдары ошонда тоташа. Бер айға электр һүндерелде, сөнки яңы щиттар ҡуйыла. Һәр кабелде бүлмәләрҙәге ҡорамалдарға дөрөҫ һәм ентекле итеп ялғарға кәрәк, айырыуса рентген бүлмәһендәге ҙур яуаплылыҡ талап итә. Бар ерҙә лә электр сымдарын һуҙыу юлдары алыштырылып бөтөп бара, - ти Ольга Петровна.


Салауат ҡалаһы дауаханаһы етәкселеге белдереүенсә, 2018 йылдың август айында ҡала дауаханаһы һәм «СИП-Электро» ойошмаһы араһында балалар поликлиникаһында электр яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртыу буйынса килешеү төҙөлгән. Әммә подрядсы был эштәрҙе ваҡытында башламаған. Ойошмаға ҡарата талаптар һәм дәғүәләр белдерелә. Һөҙөмтәлә, «СИП-Электро» ремонт эштәренә өҫтәмә рәүештә тағы ла өс ойошманы йәлеп итә. Бөгөн электр яҡтыртыу ҡорамалдарын ремонтлау 70 процентҡа башҡарылған.


Балалар поликлиникаһында төҙөкләндереү эштәре барыуға ҡарамаҫтан, врачтарҙың эше туҡтатылмаған. Бәләкәс пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡытлыса Еңеүҙең 30 йыллығы, 13 адресы буйынса урынлашҡан көндөҙгө стационарҙа үтә, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ. 1 марттан педиатрҙар балалар поликлиникаһының 2-се ҡатында ҡабул итә башлаясаҡ, тип белдерә Ольга Журина.


- Ремонт эштәре этаплы башҡарыла. Яҙғы-йәйге осорҙа ҡалған ҡаттағы барлыҡ бүлмәләр һәм коридорҙар тулыһынса төҙөкләндерә-ләсәк. Әле бинаны саң баҫты, сүп-сар өйөмдәре күп. Былар барыһы ла ваҡытлыса, шуға ла ата-әсәләрҙе бер аҙ түҙемле булырға саҡырабыҙ. Тиҙҙән заманса итеп төҙөкләндерелгән балалар поликлиникаһы тулы ҡеүәттә эшләй башлар, - тип йылмая техник бүлек хеҙмәткәре.


Шулай ҙа ҡайһы бер бүлмәләрҙә ремонт эштәре тамамланған. Йыйыштырыусылар уларҙы таҙартып-йыуып та ҡуйған. Яңы кабинеттар ҡояш кеүек йылмайып тора.


КҮПМЕ АҠСА БҮЛЕНГӘН?


Үрҙә әйтелгән сумманың 7 млн 900 мең һумы электр ҡорамалдарын алыштырыуға, 3 млн 500 мең һумы 2-се ҡатты ремонтлауға, 300 мең һумы коляскалар ҡуйыу бүлмәһе өсөн, 1 млн 500 мең һумы рентген бүлмәһе (айырым бүлмәнең яртыһы), бинала бөтә ишектәрҙе алыштырыуға 1 млн һум аҡса киткән. Бинала яңы пластик тәҙрәләр күҙҙең яуын алырлыҡ. Бынан тыш, һауа таҙартыу ҡорамалдары алыштырылған, ҡиммәтле, заманса рентген ишектәре ҡуйылған. 10 млн һумға рентген аппараты, 3 млн 500 мең һумлыҡ лор-комбайн, 2 млн 500 мең һумға күҙҙе тикшереү лампаһы һәм УЗИ аппараты алынған. Ремонт эштәре тамамланғас, пациенттар бында тикшерелеү һәм һауыҡтырыу процедуралары үтә ала.


«ИХТИРАМЛЫ РЕГИСТРАТУРА»НЫҢ ДИЗАЙН ПРОЕКТЫ ӘҘЕР


Бөтә бүлмәләр буйлап йөрөп сыҡҡандан һуң, кире беренсе ҡатҡа төшкәс, регистратура алдында бер төркөм пациенттарҙың йыйылып тороуын күреп, Ольга Петровнанан был хеҙмәттең нисек эшләүе тураһында һорашам.


- Регистратура үҙ эшен туҡтатмай. Унда иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем пациенттарҙың амбулатор карталары бирелә. Башҡа регистраторҙар Еңеүҙең 30 йыллығы, 13 адресы буйынса урынлашҡан көндөҙгө стационарҙа ҡәҙимге режимда эшләй. «Ихтирамлы регистратураның заманса дизайн проекты әҙерләнгән. Планға ярашлы, карталар башҡа бүлмәлә буласаҡ. Элекке кеүек тығындар бөтөрөләсәк. Банктағы кеүек электрон сират булдырыласаҡ.



Читайте нас: