- Нимә ул киҫкә (валежник)?
- Ул - ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағас.
- Уны алыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға?
- Киҫкәне алыу өсөн бер кемдән дә рөхсәт кәрәкмәй.
- Урманға киҫкә алырға барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алып барырға мөмкинме?
- Эйе, мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк.
Киҫкәне йылдың һәр миҙгелендә һәм бөтә төр урмандарҙа ла әҙерләргә мөмкин. Тик янғын хәүефе менән бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ваҡытта ярамай.
Шулай уҡ урман ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу урындарында тыйыла.
Урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыусыларға үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә
үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмағыҙ, урман үҫентеләренә зыян килтермәгеҙ.
Барығыҙға ла мәғлүм булһын, тере ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығы ла ҡулланылыуы ихтимал. Йәнә йығылып ятҡан ағасты алғанда уның кипкән ботаҡтарын урманда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.
Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым. Сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алыштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланылырға мөмкин.
Киҫкә әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, миңә түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.