газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Ғинуар 2019, 10:24

Радий Хәбиров: «70 һәм 35»

Республика етәксеһе Радий Хәбиров сүп-сар өсөн тарифтарҙы контролдә тоторға ҡушты. Уның фекеренсә, ҡалала түләү - 70, ә элек сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.

«Был һандарҙы - 70-те һәм 35-те социаль-иҡтисади, халыҡтың социаль хәленән сығып атаным. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәп 25 ғинуарҙан килә башлай. Ләкин әле үк идара итеүсе компанияларҙан яңы хеҙмәт өсөн хаҡ яҙылған түләү ҡағыҙҙарын алыу осраҡтары бар.

«Кемдер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы, бындай хәлдәрҙе ҡырҡа бөтөрәбеҙ, башҡаса бер кем дә икенсе улай эшләмәһен өсөн. Икеләтә түләүҙәр булдырылмаһын өсөн быны махсус контролгә ҡуйыуҙы һорайым», - тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты.

Шулай уҡ БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми-нистрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе кешеләр, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ғинуарҙа ҡалдыҡтарҙы сығарыуға яуаплы төбәк операторҙары менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш. Был документтың формаһы һәм килешеү төҙөү тәртибе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында бирелгән. Беҙҙең ҡаланы “Эко-Сити” төбәк операторы (http://ecocityrb.ru/, тел. 8(800)700-49-00) хеҙмәтләндерә. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан был ойошма Салауаттан тыш, тағы ла ике тиҫтәнән ашыу ҡала һәм районды ҡараясаҡ.
Читайте нас: