газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Ғинуар 2019, 10:30

Халыҡты нимә борсой?

Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановтың сираттағы күсмә ҡабул итеүе «СалауатТорлаҡСервис» идара итеүсе компания бинаһында үтте. Ҡала хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәте буйынса бүлектән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала етәксеһенә был юлы 30 -ға яҡын кеше яҙылған.

Кешеләрҙең күпселеге Фәрит Фәррәх улына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары буйынса мөрәжәғәт итте. Ҡайһы берәүҙәр төҙөклән-дереү, ремонтлау, уңайлыҡтар тыуҙырыу хеҙмәттәренән баш тартыуын белдерергә килгәйне. Мәҫәлән, Калинин урамындағы 54-се йортта йәшәүселәр өйҙөң фасадын ремонтлауға ҡаршы. Улар был эште милекселәрҙән һорамай башҡарырға ҡарар иткәндәр, беҙгә был кәрәкмәй, тиҙәр. Баҡтиһәң, Төбәк операторы республиканың 100 йыллығы уңайынан ҡаланың үҙәк урамдарындағы йорттарҙы тәү сиратта төҙөкләндереүҙе тәҡдим иткәс, идара итеүсе компания ошо йортто исемлеккә индергән булған. С.Юлаев бульварындағы бер йортта йәшәүсе ханым «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса тротуар һәм өй алды баҡсаһы иҫәбенә машиналар ҡуйыу урынын булдырыуға ризаһыҙлығын белдерҙе. Ә Островский урамында йәшәүселәр идара итеүсе компанияларҙың подъездарҙы йыйыштыра башлауы һәм бының өсөн хаҡ алыуына ҡаршы булыуын әйтте. Беҙ быға тиклем үҙебеҙ йыуып-йыйыштырһаҡ, бынан ары ла был эште башҡарасаҡбыҙ, беҙгә өҫтәмә түләү яҙмаһындар, тине улар. Домофон өсөн хаҡ күтәрелеүендә идара итеүсе компанияны ғәйепләргә маташтылар, әммә «Сала-уатТорлаҡСервис» йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары аңлатыуынса, уларҙың хаҡ артыуына бер ниндәй ҙә ҡыҫылыштары юҡ, хаҡтарҙы «БиКом» ойошмаһы билдәләй.

Фәрит Фәррәх улы идара итеүсе ойошмалар йорттарҙы, уның тирә-яғын төҙөкләндереү хаҡында халыҡ араһында күберәк аңлатыу эше алып барырға, уларҙың ризалығынан тыш бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул ителмәҫкә тейеш, тине.

Ә бына С.Юлаев бульва-рындағы 29-сы йорт вәкиле үҙҙәре йәшәгән йортто подъездарҙы ремонтлау буйынса республика прог-раммаһына быйыл уҡ индереүҙе һорап килгән. Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлия Будаева әйтеүенсә, быйыл Салауат ҡалаһы буйынса программаға комиссия тарафынан иң-иң насар хәлдә тип табылған подъездар индерелгән.

Хакимиәт башлығына шәхси һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итеүселәр булды. Ауыр тормош хәлендә ҡалыу арҡаһында барлыҡҡа килгән коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн ҙур суммалағы бурысты кисектереү, республика ҡарары буйынса беренсе балаға тәғәйенләнгән 300 мең һумды юллай алмау, ҡала биргән фатирҙың һыуыҡ булыуы һәм башҡа бихисап проблемалар менән мөрәжәғәт итте салауаттар. Барлыҡ һорауҙар ҙа контролгә алынды.


Читайте нас: