газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Ғинуар 2019, 11:37

Ауырлығы сабыйҙарға төшмәһен

Әлеге көндә Салауат ҡалаһы бала табыу йортоноң киләсәген хәл итеү мәсьәләһе ил кимәленә күтәрелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Перинаталь үҙәк» шәхси ҡулдарға күсерелгәндән һуң, тиҫтәләп хеҙмәткәр эшенән киткән. Был хәлде улар түбән эш хаҡы, льготалы стаж менән хаҡлы ялға китеү кеүек мөмкинлектәрҙең бөтөрөлөүе менән аңлата. Ә пациенттар йә түләүле тикшереүҙәр үтергә, йә күрше ҡалаларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

Салауат бала табыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре ҡо-ролмаларҙың яңыртылмауы, барыһы ла иҫке булыуын әйтә. Эшселәрҙең алдан пенсияға сығыу хоҡуғы юғалыуы, уларҙың кире бюджет учреж-дениела эшләргә теләүҙәре тураһында ла һүҙ бара.

«Перинаталь үҙәк»тең директоры Альбина Фәтихова киң мәғлүмәт сараларына килеп тыуған хәл буйынса былай тип аңлатма бирҙе:

- Килешеүгә ярашлы, кон-цессионерҙар 23 йыл буйы Салауат бала табыу йортон төҙөкләндерергә, ҡорамалдар менән тәьмин итергә, йәш белгестәрҙе уҡытырға бурыслы.Төҙөкләндереү 2020 йылға тамамланырға, өс йыл эсендә йыһаздар алынырға тейеш. Әлеге ваҡытта 45 млн һум тирәһе инвестиция һалына. Тәү сиратта бала табыу йортоноң, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм гинекология бүлеге бинаһының ҡыйығы ремонтланды. Операция блогы яңынан эшләнәсәк. Төҙөкләндереү заманса, юғары технологияларға нигеҙләнеп башҡарыла. Әсәләр һәм балалар өсөн бала табыу залына ҡорамалдар алынасаҡ. Бөтә эштәр ҙә этаплы башҡарыла. Сөнки бала табыу йорто үҙ эшен туҡтатырға тейеш түгел.

Үҙәктең директоры әйте-үенсә, ошо көндәрҙә 20 млн һумға эндоскопик ҡорамалы алынған. Монтаж эштәре үтеп, белгестәрҙе уҡытҡандан һуң, ул төрлө гинекологик сирҙәрҙе дауалау өсөн ҡулланыласаҡ. Яңы тыуған сабыйҙарҙы һауыҡтырыуҙа ҡулланылған күп кенә неонаталь йыһаздар килтерелгән. Әсәйҙәрҙе реа-нимациялау ҡорамалдары ла бар.

Бөгөн үҙәктә 342 кеше эш-ләй. Бер нисә врач үҙ теләктәре буйынса эштән киткән. Уларҙың күпселеген хаҡлы ял йәшен-дәгеләр, яңы эш режимына күнегеп китә алмағандар тәшкил итә. Үҙәктә йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу буйынса даими эш алып барыла. Етәкселек Сала-уат лицейҙарын, мәктәптәрен тамамлап, БДМУ-ла уҡып йөрөүсе 36 студент менән осрашҡан. Йәштәрҙең күптәре беҙҙең ҡалаға ҡайтырға әҙер. Башҡа төрлө төбәктәрҙән дә врачтарҙың килеүе көтөлә икән.

Медицина хеҙмәткәрҙә-ренең эш хаҡына килгәндә, дауаханала быға тиклем эш урындарында аттестация үткәрелмәгән. 2019 йылдың ғинуарынан «Перинаталь үҙәк»тең зыянлы категорияла-рына ҡараған хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә аҡса аласаҡ. Ошоғаса врачтарҙың эш хаҡы 32 мең һум тәшкил итһә, 2018 йылдың октябренә ҡарата 47 мең һум. Иҙән йыуыусылар санитаркалар итеп күсерелә. Улар кәрәкле документ алғандан һуң, лайыҡлы эш хаҡы түләнәсәк. Пенсияға алдан сығыу мәсьәләһе лә көн үҙәгендә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр өсөн барлыҡ ташламаларҙы ҡал-дырыу ҡарала.

Салауат бала табыу йорто илдә концессия ярҙамында шәхси ҡулдарға күскән тәүге учреждение һанала. Шуға ла эш әле башланып ҡына тора, тәүге һөҙөмтәләр теүәл биш йылдан ғына күренәсәк, ти үҙәк етәкселеге. Шуға ла был тәжрибә ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүе әле билдәһеҙ.

Ысынлап та, дәүләт-шәхси партнерлыҡ системаһы әле беҙҙә яҡшы өйрәнелгән тип әйтеп булмай. Тик ябай хеҙмәт кешеләре һәм пациенттар яҡшыға өмөт итә.

Рәсәй Милли медицина палатаһы президенты, танылған хирург Леонид Рошаль:

- Салауат бала табыу йортон шәхси ҡулдарға тапшырыу хата булған, тип уйлайым. Әгәр ҙә был хәлде төҙәтеүҙә юридик мөмкинлектәр юҡ икән, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Милли медицина палатаһы менән берлектә бындай башланғыс менән сыға ала.
Читайте нас: