газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Ғинуар 2019, 10:28

Яманларға ашыҡмайыҡ

Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбенә кергән ишектә электрон асҡыс менән асыла торған турникет ҡуйылған. Бөтөн бәлә шунда: ул белем усағы директорының баш-баштаҡлығы менән ҡоролған.

Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбенә кергән ишектә электрон асҡыс менән асыла торған турникет ҡуйылған. Бөтөн бәлә шунда: ул белем усағы директорының баш-баштаҡлығы менән ҡоролған. Ата-әсәләр был турала эш үткәс кенә белде. Турникетты ҡуйыу бер ниндәй ҙә тейешле ойошмалар менән килешелмәгән. Ул техник регламенттарға тап килмәй, ишеккә терәтеп тигәндәй урынлаштырылған. Янғын сыҡһа, йәки башҡа төрлө бәлә-ҡаза килһә, бында тығындар барлыҡҡа киләсәк. Ундай ваҡытта оло бәлә буласағы көн кеүек асыҡ. Сөнки ғәҙәттән тыш хәлдәр булған ваҡытта кешеләрҙе сығарыу өсөн ҡулайлаштырылған ишектәр бикле, уларҙың асҡыстарын вахтерҙар үҙҙәре менән йөрөтә. Берәй хәл сыға ҡалһа, уларҙа ишектәргә эленгән йоҙаҡтарҙы асыу ҡайғыһы булмаясаҡ. Иң тәү сиратта үҙҙәренең ғүмерҙәре тураһында уйлаясаҡтар.

Белеүебеҙсә, РФ Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 апрелендәге 390-сы “Янғынға ҡаршы режим тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, белем усаҡтарында турникеттар ҡуйыу тыйылған.

Ошо турала мин янғынға ҡаршы көрәш инспекцияһына шылтыраттым. Унда: “Ысынлап та ҡуялар шул, берәү менән дә килешеп тормайҙар”, - тип яуап бирҙеләр. “Халыҡ әле булһа Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” комплексындағы трагедияны хәтерләй. Беҙҙә лә шундай фажиғә булмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?”

Мария Титова.


- Рәсәй Федерацияһының 2017 йылдың 7 октябрендәге 1235-се ҡарарына ярашлы, 20-се мәктәп икенсе категориялы ҡурҡыныс объекттар исемлегенә ҡарай. Норматив талаптарға ярашлы, белем усағына видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Ундағы мәғлүмәттәр 30 тәүлеккә тиклем һаҡлана. Был күҙәтеү системаһын “Дельта-Регион” шәхси-һаҡ предприятиеһы хеҙмәтләндерә. Мәктәптә шулай уҡ террорға ҡаршы күҙәтеү системаһы эшләй. Хатта һүҙ барған турникет та шундай “Антипаника” системаһына ҡарай: кәрәк саҡта ул, кешеләр тығын тыуҙырмаһын өсөн, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ асыла.

Техник талаптарға ярашлы, объекттарҙа бер-береһен ҡабатлаусы хәүефһеҙ сығыу урындары булмаған осраҡта, йәки турникеттарҙы кәрәк саҡтарҙа ҡул менән асыу мөмкинселеге булмағанда, бындай ҡорамалдар ҡуйыу тыйыла. 20-се мәктәптә запас сығыу урындары ҡаралған, турникет та ҡул менән асыла. Өҫтәмә сығыу урындары йоҙаҡҡа бикләнмәй, ә элмәскә ябыла һәм уларҙы теләһә ҡайһы ваҡытта асырға мөмкин.

Ҡаланың уҡыу йорттарын бындай ҡоролмалар менән йыһазландыу махсус инженер-техник хеҙмәттәр менән килешеп эшләнә. Бөгөн барлыҡ белем усаҡтарында ла уларҙы көйләү-һынау этабы бара. Ағымдағы йылдың ғинуар-февраль айҙарында махсус комиссия уларҙы ҡабул итәсәк.

Йәнә шуны ла өҫтәү урынлы булыр: ҡала мәктәп-тәренең һәр береһендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн кварталға бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж, балаларҙы эвакуациялау буйынса күнек-мәләр үткәрелә.


Фәрит Ғилманов,

Салауат ҡалаһы хакимәте башлығы.
Читайте нас: