газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Ғинуар 2019, 10:26

Киоск һүтеләсәк

Гәзитебеҙҙең 2018 йылдың 7 декабрендәге 49-сы һанында «Һыра һатһалар, бөттө баш» исемле мәҡәлә донъя күргәйне. Унда гәзит уҡыусыбыҙ үҙе йәшәгән йорт янында билдәһеҙ киоск урынлаштырыуҙарына, милек хужаларынан рөхсәт тә һорамауҙарына зарланғайны. Күптән түгел хатҡа яуап алдыҡ.

Аңлатманы ҡала ха-кимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бү-лек начальнигы Татьяна КӘРИМОВА бирә.

- РФ Ер Кодексына ярашлы, 2015 йылға тиклем стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу һәм файҙаланыу ер участкаһын ҡуртымға алыуға килешеүҙәр төҙөү юлы менән бойомға ашырылды.

Әлеге ваҡытта ҡалала стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу схемаһы ҡабул ителде. Ул «Салауат ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу схемаһын раҫлау тураһында»ғы 2911-п ҡарары менән раҫланды, үҙ-гәрештәр ҙә бар. 2018 йылдың мартынан уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре нигеҙендә килешеүҙәр төҙөү буйынса сауҙа объекттарын ваҡытлыса урынлаштырыуға хоҡуҡ биреү эше башланды.

Ҡайһы бер урындар схеманан төшөп ҡалды, сөнки улар коммуналь йылылыҡ селтәрҙәрен һаҡлауҙың өлгө ҡағиҙәләренә (РФ Төҙөлөш фонды министрлығының 197-се бойороғо) ярашлы, йылылыҡ селтәрҙәренең һаҡлағыс зонаһына эләгә, шулай уҡ инженер-файҙаланыу хеҙмәттәре талаптарына яуап бирмәй. Урынлаштырыу схемаһында был киоскты ҡуйыу ҡаралмаған.

Законһыҙ ҡуйылған бөтә сауҙа объекттары ғәмәлдәге закон буйынса һүтеп алынасаҡ.


Читайте нас: