Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Декабрь 2018, 11:56

Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе

Ҡышҡыһын, юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле, тән йәрәхәттәре алыу ихтималлығы күпкә арта. Айырыуса юл аша сыҡҡанда бигерәк хәүефле. Тайып китеп машина аҫтына барып кереүең дә мөмкин. Ә йәйәүлеләр үткәүелендә уңайлыҡтар булмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.

С. Юлаев бульвары менән Губкин урамдары киҫелеше бик йәнле урын. Машиналар тегеләй-былай елдерә, кешеләр ҙә ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләй. Иң аптыратҡаны шул, ундағы дүрт йәйәүлеләр үткәүеленең икәүһе бик яҡшынан түгел. Тәүгеһе яу яланын хәтерләтә. Йылылыҡ трассаһын ремонтлағандан һуң асфальт һалған булғандар. Һуңынан ерҙе ҡайтанан соҡоғандар. Унан юлды ҡабаттан рәтләп ҡуйыуҙы кәрәк, тип тапмағандар. Икенсеһе саңғы шыуыу тауына оҡшаш. Асфальт ике яҡтан да шундай текә итеп һалынған. Ярай ҙа, һау-сәләмәт кеше нисектер тырышып-тырмашып сығыр, ә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ҡарт-ҡоролар ни эшләр? Инвалид бала тәрбиәләүсе Марияның һүҙҙәре лә быны раҫлай.

- Ғөмүмән, ошо урам саты мине күптән борсой. Проблемалар бихисап. Улымды йыш ҡына «Вега» бассейнына йөрөтәм. Туҡталыштан тура йәйәүлеләр үткәүеленә коляска менән еңел генә эләгермен тимә. Сөнки юл тар. Институт яғынан урарға тура килә. Ә юғары уҡыу йорто алдында урынлашҡан машиналарға иҫең китерлек. Ҡыҫылып, борғоланып кәрәк урынға көс-хәл менән барып сығабыҙ. Соҡор-саҡырлы, ташлы емерек юлдан коляска тәгәрмәстәре түгел, кеше атлап үтерлек түгел. Башҡарылған эштән һуң бер кем дә тәртип урынлаштырыуҙы хәстәрләмәгән. Дөрөҫ, бер түгел, ике тапҡыр асфальтлау өҫтәмә сығымдар талап итә. Бының өсөн кем ғәйепле һуң? Икенсе проблема, үҙегеҙ күрәһегеҙ, йәйәүлеләр үткәүеленең ике яғының да текә булыуы. Юл ремонтлаусылар инвалид коляскаһында үҙҙәре төшөп ҡараһын ине «тау»ҙан. Ҡала етәкселегенә, депутаттарға ла үтенесемде еткерҙем. Хәл итерҙәренә өмөтләнәбеҙ. Бында бик күп социаль объекттар урынлашҡан. Юл аша сығыу инвалидтарға ғына түгел, оло йәштәгеләргә, ҡултыҡ таяғында йөрөүселәргә, бәләкәй бәпестәре булған йәш әсәләргә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Граждандарҙы саҡырып, юлдың торошон билдәләү өсөн тест үткәргән хәлдә лә былай булмаҫ ине. Әлегә ҡар ҡатламы бик ҡалын түгел. Тора-бара эштәр тағы ла хөртәйәсәк, - ти әсенеп әсә.

Әсенерлек тә шул, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип эшләүселәр табылып ҡына тора. Кеҫәгә аҡса инеп ятһа, булды. Яныбыҙҙан үтеп китеп барған Хәниә апай ҙа һүҙгә ҡушылды.

- Ҡаланан 20 йыл элек сығып киткәйнем, әле яңыраҡ ҡайттым. Тротуарҙар нисек булған, шул килеш. Бик иҫкергән. Бер ҙә матур күренеш түгел. Йәйәүлеләр үткәүеленең нормаға яраҡлаштырып һалыныуына шикләнәм. Яҡында йәшәгәс, был ерҙән йыш йөрөргә тура килә. Һәр ваҡыт ҙур бер этлек менән үтәм уны, - тине ул.


Читайте нас: