газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Декабрь 2018, 16:54

Тағы ла 660 камера

Башҡортостан Хөкүмәте «Транспорт сәғәте»ндә 2019 йылда авариялы юл участкаларында 62 стационар һәм 50 күсмә фото һәм видеотеркәү комплекстарын ҡуйырға хәл итте. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте «Транспорт сәғәте»ндә 2019 йылда авариялы юл участкаларында 62 стационар һәм 50 күсмә фото һәм видеотеркәү комплекстарын ҡуйырға хәл итте. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙҙы. Юлдарҙа «ҡара таптар» ҡалмаһын өсөн кәмендә 660 комплекс кәрәк. Уларҙы һатып алыу өсөн бюджеттан тыш аҡсаны йәлеп итеү, дәүләт-шәхси партнерлыҡ варианттарын ҡарау күҙаллана.«Яңы заманса камералар тиҙлекте лә, уҙып китеүҙе лә теркәй. Шәп йөрөргә яратыусыларҙың ҡағиҙәләрҙе боҙоу теләген бөтөрөрбөҙ. Быны хәл итербеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.«Һәр дүшәмбе оперативкала йәшәргә лә йәшәргә тейешле кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында ишеткән һайын үҙ-үҙемә асыуым килә... Ғүмерҙәр өҙөлә, шул иҫәптән түрәләрҙең эшләп еткермәүе арҡаһында. Тәжрибә күрһәтеүенсә, фото һәм видеотеркәү камералары торған ерҙә юл фажиғәләренең һаны ҡапыл кәмей. Ләкин бындай комплекстар Башҡортостанда әлегә бөтөнләй аҙ – бөтәһе 223… Бер нисә тапҡырға күберәк кәрәк. Элегерәк бының менән шөғөлләнергә нимә ҡамасаулаған, күп кенә күршеләрҙең миҫалы буйынса (Татарстанда – 1364 камера!)?», — тип аптырай республика етәксеһе.
Быға тиклем «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығы камералар ҡуйыу урындарын үҙгәртергә ниәтләүе хаҡында хәбәр иткәйне. «Видеотеркәү камералары водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә. Беҙ түбәндәге алымды ҡулланырға уйлайбыҙ: уларҙың урындарын алмаштырабыҙ, сөнки водителдәр ҡайҙа урынлашҡанын белә. Ниндәй ҙә булһа муляж ҡалдырабыҙ, ә ысын камераны, шартлы рәүештә әйткәндә, икенсе бағанаға ҡуябыҙ. Быны даими эшләргә ниәтләйбеҙ», — тине «Росавтодор»ҙың төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәмил Сенжапов. Киләһе йылда М5, М7, Р-240 федераль трассаларында ҡуйыу өсөн 60 камера һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итте ул.
Читайте нас: